ИҠТИСАД
5 Августа 2021, 17:17

РӘСӘЙ ПРЕЗИДЕНТЫ ӘБЙӘЛИЛГӘ КИЛӘ

В.В.Путин иртәгә Әбйәлил районына килә. Ул “Ласселсберг” компанияһының “Цемикс” ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереүсе заводын асыуҙа ҡатнаша. Предприятие аҡ цемент импортын кәметеүгә һәм төбәктә етештереү үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ Президент республика Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу уҙғара.  

Добавить в предпочтительные источники Google
РӘСӘЙ ПРЕЗИДЕНТЫ ӘБЙӘЛИЛГӘ КИЛӘРӘСӘЙ ПРЕЗИДЕНТЫ ӘБЙӘЛИЛГӘ КИЛӘ
РӘСӘЙ ПРЕЗИДЕНТЫ ӘБЙӘЛИЛГӘ КИЛӘ

Иртәгә, 6 август, Рәсәй Президенты В.В.Путин Силәбе өлкәһенә һәм Башҡортостан Республикаһына килә. Ил етәксеһе янғындарҙан зыян күргән Силәбе өлкәһе райондарын ҡарай, унан ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса кәңәшмә уҙғара. Шулай уҡ Президент Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер менән осраша.

Ошо уҡ көндө Владимир Путин Әбйәлил районына килә һәм “Ласселсберг” компанияһының “Цемикс” ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереүсе заводын асыуҙа ҡатнаша. Предприятие аҡ цемент импортын кәметеүгә һәм төбәктә етештереү үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ Президент республика Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу уҙғара.

 

 

фото: интернеттағы асыҡ сығанаҡтан https://jcement.ru/amp/content/news/pusko-naladochnye-raboty-na-zavode-tsemiks-v-bashkortostane-zaplanirovany-na-mart-2021-goda/

Автор:Резеда Валиева
 
Автор: