ИҠТИСАД
30 Июль 2021, 10:02

Савельевканан фермер Николай Фунтиков ужым бойҙайын йыйып алды

“Былтыр ужым бойҙайын сәсеүгә һауа торошо ыңғай булды, ямғырҙар яуҙы, яҡшы шытымдар сыҡты.  Әммә ҡыш үҫентеләрҙең бер өлөшө һыуыҡтарға бирешеп, һирәгерәк үҫте. Быйыл яҙ айынан аномаль эҫе тороуға, ямғырҙар булмауына ҡарамаҫтан, бойҙай мул башаҡлы, уңыш бар”,--ти Николай Фунтиков.

Савельевканан фермер Николай Фунтиков ужым бойҙайын йыйып алдыСавельевканан фермер Николай Фунтиков ужым бойҙайын йыйып алды
Савельевканан фермер Николай Фунтиков ужым бойҙайын йыйып алды

Николай Фунтиков етәкләгән “Таналыҡ” фермер хужалығында ошо көндәрҙә  ике комбайн урып-йыйыуға төштө. “Безенчукская-238” сортлы ужым бойҙайын бер көндә йыйып алғандар. 44 тонна иген һуғып алғандар, уңыш гектарынан 4,6 центнер тәшкил итә.

Фермер әйтеүе буйынса, элиталы орлоҡ алынған, әгәр һауа торошо ыңғай булһа,  быйыл  ужым бойҙайы сәсеү майҙанын арттырырға иҫәп тоталар.

Николай Фунтиков  белдереүенсә, быйылғы ҡоролоҡ был хужалыҡты ла урап үтмәгән, сәсеүлектәрҙең яртыһы, бигерәк тә арпа баҫыуы зыян күргән. Бында яҙғы культуралар 3215 гектар майҙанды биләй.

 

Ринат Иманғолов фотоһы

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас