

Башҡортостан, Урал тауҙарының тәбиғәте барыһын да хайран ҡалдыра. Беҙҙең районда ла хозур урындар бихисап. Шуларҙың береһе – «Шайтантау» зоология заказнигы.
Махсус һаҡланыусы биләмәгә инеү менән әкиәт донъяһына барып эләгәһең. Бында ҡайҙа ҡарама тау-ҡаялар, урман-ағаслыҡтар, ҡыуаҡлыҡтар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы быйылғы ҡоролоҡ заказник биләмәләрен дә урап үтмәгән, тау битләүҙәрендәге йәшел хәтфә үләндәр көҙгө төҫтәр менән ҡапланған. Әйткәндәй, яуым-төшөм самалы булыуға бәйле ҡайһы бер ҡоҙоҡ-шишмәләр ҙә ҡороған, ә ҙурыраҡ йылғаларҙың һыу кимәле лә күпкә кәмегән.
Һунар йәнлектәре, һирәк осраған хайуан һәм үҫемлек төрҙәре популяцияһын һаҡлау маҡсатында 1971 йылда «Шайтантау» зоология заказнигы булдырыла. Заказник Шайтантау тау массивында урынлашҡан, майҙаны 30,5 мең гектар тәшкил итә. Бында Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китаптарына индерелгән үҫемлектәр үҫә һәм хайуандар, шул иҫәптән эңер ярғанаты, осар тейен, һыуыр, күк ҡарға, дала ҡара йыланы, бөркөт, көсөгән, ялан бөркөтө, европа бәрҙеһе һәм башҡалар осрай. Шуға бәйле заказник биләмәһендә сикләүҙәр ғәмәлдә, уларҙың барыһы ла тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән.