ИҠТИСАД
28 Июль 2021, 18:18

Бүребайҙа йәштәр әүҙем йорт төҙөй

Таусылар төйәге һуңғы йылдарҙа әүҙем үҫешә. Йәш ғаиләләр унда нигеҙләнергә тырыша, әммә уларға үҙ йорттарына күсеү өсөн, тәү сиратта, инженер коммуникациялары үтеүе мөһим.

Бүребайҙа йәштәр әүҙем йорт төҙөйБүребайҙа йәштәр әүҙем йорт төҙөй
Бүребайҙа йәштәр әүҙем йорт төҙөй

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов был йәһәттән үҙенең “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә былай тип яҙа:

“Инфраструктура булдырыу беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Бөгөн Бүребай ауылының яңы кварталдарында газ үткәреү эшен тамамлайбыҙ.  Аҡмулла, М.Кәрим, Таусылар һәм Төнъяҡ урамдары буйынса 150-нән ашыу йорт газ менән тәьмин ителәсәк. Ошо көндәрҙә Аҡмулла һәм М.Кәрим урамдарында  урам газ селтәре тоташтырылып, газ ебәреләсәк. Ошонан һуң ауыл халҡы газға тоташтырыу өсөн заявка бирә ала.

Ҡалған ике урамда эштәр яҡын арала тамамлана. Газ менән тәьмин итеүҙең яңы  системаһы  яңы микрорайонда йәшәүселәрҙе “зәңгәр яғыулыҡ” менән өҙлөкһөҙ тәьмин итәсәк”.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас