ИҠТИСАД
27 Июль 2021, 08:19

Йәнтеш умартасыһы

Етмеште уҙған Рәфҡәт Моталов сирек быуаттан ашыу умартасалыҡ менән шөғөлләнә

Йәнтеш умартасыһыЙәнтеш умартасыһы
Йәнтеш умартасыһы

Сирек быуаттан ашыу  умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Рәфҡәт Моталов Йәнтеш ауылында йәшәй. Етмеште уҙған уҙаман йәштәрҙән һис ҡалышмай донъя көтә: баҡсаһы тулы емеш-еләк һәм йәшелсә, йорто күркәм, ихатаһы ялтырап ята.

 Тормош иптәше Мәҙинә инәй ҙә хәләленә бар яҡлап ярҙамлаша. Хужабикә үҫтергән сәскәләр күҙҙең яуын ала, ул әҙерләгән ризыҡ сифатлы, тәмле булыуы менән айырылып тора. Бер-береһенә иш һәм терәк булып йәшәгән ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел.

Тәжрибәле умартасы, йылдың ҡоро килеүен иҫәпкә алып, быйыл умарталарын баҡсаһында улты­ртҡан. Ҡасандыр 50-нән ашыу умарта тотһа, һуңғы йылдарҙа күстәрен бер аҙ кәметкән. Әле ҡортсоноң ундан ашыу ғәҙәти һәм бер солоҡ кеүек  түмәр умартаһы бар. Уныһын тәжрибә рәүешендә ултыртҡан, шулай булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт бал ҡорттары түмәр умартаны үҙ итеп, байтаҡ бал йыйып та өлгөргән.

– Бөрйән районында солоҡ балын ашап ҡарағас, “Беҙҙең яҡта солоҡсолоҡто үҫтереп булмаҫ инеме?” тип уйланым. Әлбиттә, улар кеүек урманға ултыртып булманы, әммә тәжрибә өсөн баҡсама ултырттым әле бер умартаны. Уның балын ейәнем тәмле тип ашай, тимәк, ниндәйҙер бер хикмәте барҙыр, күрәһең, – ти ҡортсо бабай.

Былтыр ебәк күбәләктәр, Йәнтеш ауылы янындағы йәшеллекте юҡ итеп, ҡорттар өсөн ҙур ауырлыҡ тыуҙырған, быйыл да хәл яҡшынан түгел. Шуныһы ҡыуаныслы – йүкә сәскә атҡан ваҡытта ҡорттар уны йыйып өлгөргән. Тимәк, быйылғы уңышҡа бер аҙ өмөт бар, тип йылмая Йәнтеш умартасыһы.

Алтынға тиң ризыҡ батманға тамғанға тиклем Рәфҡәт Моталовҡа күп көс түгергә тура килә. Ҡыш оҫта ҡуллы балта оҫтаһы ла булған әңгәмәсем умарта, рамдар эшләй, балауыҙ иретә, иртә яҙҙан умарталарын ҡарарға тотона. Йыл әйләнәһенә тир түккән хеҙмәт ни бары өс айҙың һөҙөмтәһе менән баһалана.

Йыл яҡшы килеп, нәҙекәйбилдәр мул уңыш йыйып өлгөрһә, умартасының да кәйефе күтәренке, бал ҡорттары ла уҫал булмай, сағырға атлығып тормай. “Бал буламы-юҡмы, уныһы мөһим түгел, ҡортсолоҡ күңелеңә бер инеп ояланымы, уны ташлап булмай. Бер сир кеүек ул. Булышҡы килеп тик тора, уңышы ла булһа, бигерәк тә ҡыуаныслы”, – ти тәжрибәле умартасы.

Рәфҡәт Моталовҡа бал һығышырға ҡатыны ла ярҙамлаша, Садовый ауылында йәшәгән ҡыҙҙары Рәзилә лә ғаиләһе менән атаһына булыша. Ейән-ейәнсәрҙәре – яңы ағыҙылған балды иң тәүге тәмләүселәре. Үҙҙәре һәм балалары өсөн тотһа ла, уңыш мул саҡта шифалы балды һораусыларға һатып та ебәрәләр.

– Көндәребеҙ бал ҡорттары менән мәж килеп үтә, – ти күптән хаҡлы ялдағы өлкәндәр. – Ҡыҙыбыҙ ҙурайҙы, уның да үҙ донъяһы бар. Ҡорт айырғанда, бал ағыҙғанда ҙур ярҙамсыбыҙ улар. Шул балалар өсөн тип тотабыҙ инде умартаны. Шифаһы ла, табышы ла ҙур.

Йәштәргә өлгө күрһәтеп, балаларына ярҙам итеп, милли кәсепте йәш быуынға өйрәтеп йәшәгән өлкәндәргә нисек һоҡланмаҫһың! Тик шуныһы  йәл: йорт хужабикәһе фотоға төшөргә риза булманы, ана, ағайығыҙҙы төшөрһәгеҙ етә, тип  йылмайып ҡына ҡуйҙы.

 

 

Автор:Кәримә УСМАНОВА.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас