

Ағымдағы йыл ауыл халҡын ҡаты һынай: айҙар буйы бер тамсы ла ямғыр яумауы, көндәрҙең саманан тыш эҫе тороуы сәбәпле байтаҡ райондарҙа сәсеүлектәр, көтөүлектәр кипте, сабынлыҡтарҙа бөтөнләй үлән юҡ тиерлек.
Өмөт – дәүләттә
Төрлө иген культуралары сәселгән майҙандар хәүефле метеорологик күренештәр тәьҫиренә дусар булды. Бындай күренеш күпте кисергән ололарҙың да хәтерендә юҡ. Урал аръяғы райондары халҡы йыл да ҡабатланып килгән ҡоролоҡҡа күнегеп тә бара, әммә эҫенән ерҙең был хәтлем ярылыуын, үләндәрҙең шығырҙап кибеп һарғайыуын, болонлоҡтарҙа бөтөнләй үлән үҫмәүен, игендәрҙең үҫеп тә өлгөрмәйенсә, һабаҡта кибеп ҡалыуын иҫләмәйҙәр.
Етмәһә, ебәк күбәләгенең ағастарҙы япраҡһыҙ ҡалдырыуы, йәшеллекте юҡҡа сығарыуы, ҡара сиңерткәләрҙең ябырылыуы ла әлеге шул ауыл кешеһе һәм фермерҙар иңенә һынау булып төшә. Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡы, йәй уртаһында ямғырҙар яуып, бесәнде август-сентябрҙә эшләп алыуға бер аҙ күнегеп тә киткәйне. Ә быйыл хәл бөтөнләй башҡаса һәм бик ҡурҡыныс, тиергә лә була.
Ошо хәлгә бәйле районда мал аҙығы әҙерләү йәһәтенән етди проблемалар тыуҙы. Шәхси ихатала мал тотоусылар ҙа бесән әҙерләү мөмкинлегенән мәхрүм: ҡайһы бер урындарҙа, атап әйткәндә, урман ситтәрендә үлән бер аҙ бар-барлығын, уныһы ла көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы сәбәпле көндән-көн һирәгәйә бара. Булғанды ла сабып алырға форсат юҡ, сөнки 5 – 25 июлдә урмандарға барыу, бындай биләмәләргә автомобилдәр менән инеү тыйыла. Был республиканың туғыҙ муниципалитетына ҡағыла, шул иҫәптән Баймаҡ районына ла.
Икенсенән, сәселгән иген культураларынан ниндәй ҙә булһа уңыш сығыры икеле. Райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов белдереүенсә, хәл, ысынлап та, бик борсоулы. Район буйынса бөтәһе 15 мең гектар майҙанда – иген культуралары, 6 мең гектарҙа бесәнлектәр зыян күргән.
Бөгөн төп көс мал аҙығы туплауға йүнәлтелгән. Мөмкинлек бар ерҙә фермерҙар бесән әҙерләй, хатта алыҫ райондарға ла сығып, һөйләшеп, яландарын сабалар.
– Көндәрҙең ҡоро һәм эҫе тороуы ҡара сиңерткәләрҙең таралыуына килтерҙе. Күптәр бөжәк тип кенә ҡараһа ла, ҡоротҡостар яуының эҙемтәләре бик насар. Район буйынса ҡара сиңерткәләргә ҡаршы 13000 гектар майҙан эшкәртелде. 16 июндән 12 июлгәсә ғәҙәттән тыш хәл иғлан итергә тура килде. Өс район биләмәһендә саранчаларҙың булыуы асыҡланды, барыһында ла химик эшкәртеү үткәрелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫемлекселек менән шөғөлләнгән фермерҙар ҙур зыян күрҙе, уларҙың ҡайһылары яҙ һатып алған орлоҡтары өсөн иҫәпләшмәгән булған, әле килеп бар өмөттәре юҡҡа сыҡҡан. Уңыш бөтөнләй юҡ, райондың фитосанитар хәле лә көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып ҡала, – ти Нәжип Ишбулды улы.
Шулай ҙа район фермерҙары ауыр мәлдә республика етәкселеге тарафынан дәүләт ярҙамы булырына ышана, ҡоролоҡ өсөн ниндәйҙер субсидия бүленер, тигән өмөттә улар. Юҡһа, нисәмә йыл крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереп килеп, өлгәшелгәндәрҙең бер көндә юҡҡа сығыуын көт тә тор.
Малсылыҡ – ауыл халҡының күҙ төбәп торған шөғөлө һәм төп табыш сығанағы. Шуға күп сабынлыҡтарҙа бер ус та бесән булмауы һағайта ауыл кешеһен. Ҡул салғыһын онотоп, бесәнде техника менән эшләргә өйрәнгән халыҡ әлеге хәлгә баҙап ҡалды. Ни хәл итәһең, шәхси ихаталарҙа йәшәүселәргә ҡышҡылыҡҡа малдарын кәметеү сараһын күрергә тура киләсәк.
Бөгөн Баймаҡ районында мал аҙығы буйынса пландың ни бары 6,47 проценты үтәлгән. Бөтәһе 1100 тонна бесән, 3300 тонна сенаж әҙерләнгән.
Ит арзанға ситкә китерме?
– Булыуы ла мөмкин, – ти белгестәр. Шулай ҙа шәхси хужалыҡтарҙағы малдарҙы һаҡлап ҡалыу буйынса саралар күрелә. Кеше малын бөтөрә икән, уны ҡайтанан үҫтереп китеү еңелдән булмаясаҡ, шуға күрә ауыл халҡына, нисек тә булһа мөмкинлектәрен барлап, мал аҙығын әҙерләү кәңәш ителә.
Быйыл һәр сәғәттең, минуттың ҡәҙерен белеүселәр генә отасағы көн кеүек асыҡ. Кемдер миндек бәйләй (ағастар ҡарышлауыҡтарҙан имен ҡалған урманда), икенселәр үҙҙәренсә япраҡ аҙыҡ әҙерләргә тырыша. Беренсенән, аҙ булһа ла малға аҙыҡ була, икенсенән, унда витаминдар күп. Һис шикһеҙ, юҡты бар итеп, булғандың ҡәҙерен белеп, ваҡытында ҡыбырлағандар отасаҡ.
Миҙал ике яҡлы була, тигәндәй, төбәктәге хәлдең айырыуса борсоулы булыуын һиҙгән алыпһатарҙар, халыҡтан арзан хаҡҡа мал һатып алырға теләк белдереп, ауылдар буйлап йөрөй ҙә башлаған. Күрше төбәк вәкилдәре лә халыҡтан быҙауҙар йыйыуын дауам итә. Күптәр, сараһыҙлыҡтан алыпһатарҙарҙың һүҙенә ышанып, малын осһоҙ хаҡҡа биреп, табышһыҙ тороп та ҡала. Шуға күрә ауыл биләмәләре башлыҡтарынан был тәңгәлдә лә маҡсатлы эш алып барыу талап ителә.
Баймаҡта хәлдең киҫкен булыуын иҫәпкә алып, бүтән район вәкилдәре, ауылдар буйлап төргәкле бесәнде башта 2500-3000 һумға тәҡдим итеп йөрөһә, хәҙер уның хаҡын икеләтә арттырып ебәргән. Кемдер, һуңғы һыйырын һаҡлап ҡалырға тырышып, әлеге ҡыйбат бесәнде алырға мәжбүр, әлбиттә.
Һуңғы көндәрҙә яуған ямғырҙар бер аҙ өмөт уятып ҡуйғандай. Кем белә, бәлки, алдағы аҙналарҙа үлән күпереп үҫеп тә китер. Йәйҙең яртыһы саҡ үтте бит әле.
Нисек кенә ауыр булмаһын, баймаҡтар быйылғы ҡоролоҡтан аҙ юғалтыу менән сығыу, мал һанын, бигерәк тә йәш малды һаҡлап ҡалыу өсөн тырышлыҡ һала. Әле һәр хужалыҡ, һәр ихата ҡышҡылыҡҡа мөмкин тиклем яҡшыраҡ әҙерләнеү өсөн тырыша, сөнки иртәгә һуң булыуы ихтимал.
Автор: Кәримә УСМАНОВА.
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-07-23/ta-y-ynau-uya-orolo-2428859