

Уйындан уймаҡ сыҡҡан... Күрше Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһынан 16 йәшлек Тимур Ғөбәйҙуллин 19 июндә мәктәптә сығарылыш тантанаһынан һуң аяныслы хәлгә тарый. Был хаҡта үҫмерҙең Ҡыйғы районында йәшәгән туғандары хәбәр итә.
Апаһы һөйләүенсә, 5-се ҡала мәктәбенең 9-сы класын тамамлаған үҫмерҙәр аттестат алыу шатлығынан ҡала буйлап йөрөп килергә сыға. Бер мәл Әй йылғаһы аша һалынған бейек тимер күпергә киләләр. Егеттәрҙең береһе, “ҡыйыулыҡ” күрһәтергә уйлап, ҡоролманың ситендәге тотонғосҡа менеп баҫа. Береһе башлағас, икенсеһе лә эйәрә. Класташ егеттәренән ҡалышмайым тип, Тимур ҙа күпер ситенән үтә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяғы тайып китеп аҫҡа оса... Шулай итеп, ярҙарҙы берләштергән күперҙә үҫмерҙең яҙмышы икегә айырыла...
Мөғжизә менән генә иҫән ҡалған Тимурҙы вертолет менән Силәбе ҡалаһының 7-се балалар дауаханаһына ныҡ ауыр хәлдә килтерәләр. Ҡулдары, ике урындан умыртҡа һөйәге һынған, баш һөйәге йәрәхәтләнгән үҫмерҙең ғүмере өсөн табиптар көн-төн көрәшә. Өс операция яһағандар, ҡулдарына гипс һалып, һөйәктәр дөрөҫ ялғанһын өсөн Илизаров аппараты, кәүҙәһенә корсет кейҙергәндәр. Үҫмерҙең баш һөйәге ныҡ йәрәхәтләнеп, бер күҙе һуҡырайып ҡалған.
Әле Тимур алдында дүртенсе, иң ауыр, шул уҡ ваҡытта иң мөһим операцияларҙың береһе тора. Табиптар әйтеүенсә, баштағы ҡайһы бер һөйәктәрҙе алыштырыу, трепанациянан һуң карниопластика эшләү зарур. Бының өсөн 220 мең һум аҡса кәрәк. Ябай эшсе ғаилә өсөн был бик ҙур сумма. Етмәһә, был операцияларҙың һуңғыһы ла түгел.
Шуға ла яҡындары Тимурҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн битараф булмағандарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Әгәр ҙә үҫмергә ярҙамға килергә теләһәгеҙ,89128965823 телефон номеры буйынса аҡса күсерергә мөмкин - әсәһе Светлана Мөхәмәтйәновнаның банк картаһына бәйләнгән.
Үҫмергә һауығырға яҙһын!
Фото ғаилә альбомынан.