

15 июлдә көндөҙ Балаҡатай районында Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы – Яңы Балаҡатай – Өнкөрҙө автомобиль юлының 98-се саҡрымында юл фажиғәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Kawasaki мотоциклында китеп барған 45 йәшлек ир боролошта канауға осҡан тигән фараз бар.
Водитель ваҡиға урынында йән биргән. Билдәле булыуынса, мототранспорт билдәләнгәнтәртиптә теркәлмәгән.
https://www.bashinform.ru/news/1619922-v-bashkirii-na-trasse-oprokinulsya-mototsikl-kawasaki-voditel-pogib/
Фото: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.