

Районда балалар үҫтереп, матур донъя көткән өлгөлө ғаиләләр бихисап. Федоровка ауылынан Азамат һәм Алина Тулубаевтар тап шундайҙарҙан. Аҡъяр ҡыҙы Алина һәм Ғәлиәхмәт егете Азамат 2010 йылда ҡауышҡан. Йәштәрҙең ғаиләһенә ҡот һәм йәм өҫтәп, ҡыҙҙары һәм улдары донъяға килә. Әле Диана 5-се класҡа уҡырға барһа, Айҙар балалар баҡсаһына йөрөй. Уңған ғаилә йыл да мул итеп баҡса ултыртып, ҡыш буйына етәрлек емеш-йәшелсә әҙерләйҙәр. Күпләп төрлө ҡош-ҡорт үҫтереп алалар.
-Ауыл ерендә йәшәп, баҡса үҫтермәй, ҡош-ҡорт тотмай булмай. Үҙең үҫтергән магазиндыҡына етмәй инде ул. Беҙҙең менән бергә йөрөп, балалар ҙа эшкә өйрәнә,- ти Алина.
Ғаилә башлығы Ырымбур өлкәһендә шахтала электрик булып, вахта ысулы менән эшләй. Буш ваҡыттарында ул электр менән бәйле ҡорамалдар эшләү менән мауыға. Алина ҡул эштәренә маһир. Ҡурсаҡтар, яҡтыртҡыстар, сәскәләр, гөлләмәләр, түшелдеректәр, милли биҙәүестәр эшләй. Башҡа замана ҡатын-ҡыҙҙары кеүек еңел автомобиль менән дә оҫта идара итә. Декрет ялына тиклем ауыл биләмәһе хакимиәтендә бухгалтер булып эшләгән.
Мәҡәләнең дауамын гәзитебеҙҙең 58-се һанында уҡығыҙ.