ИҠТИСАД
15 Июль 2021, 11:29

“Һәр районда булырға тейеш”

-

“Һәр районда булырға тейеш”“Һәр районда булырға тейеш”
“Һәр районда булырға тейеш”

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“Ниһайәт, Шаран ауылында оҙаҡ көтөлгән физкультура-һауыҡтырыу комплексында эш башланды. Намыҫһыҙ подрядсы һөҙөмтәһендә дәүләт килешеүен өҙөргә һәм барыһын да яңынан башларға тура килде.

Яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексында оҙаҡ көтөлгән бассейн буласаҡ, әле ул районда юҡ. Тиҙҙән төҙөүселәр бассейнда гидроһынауҙар  үткәрәсәк һәм ул тулы ҡеүәттә эш башлаясаҡ. Барлыҡ эштәрҙе йыл аҙағында тамамларға уйлайбыҙ. 25 метрлыҡ дүрт йөҙөү юлы төрлө кимәлдәге ярыштар үткәрергә булышлыҡ итә.

Шулай итеп, ошондай уҡ бассейндарҙы быйыл Хәйбулла районының Аҡъяр, Көйөргәҙе районының Ермолаев, Федоровка районының Федоровка ауылдарында төҙөп бөтәсәкбеҙ. 2022 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында, Ауырғазы районының Талбазы ауылында һәм Межгорье ҡалаһында төҙөй башлаясаҡбыҙ.

Республиканың һәр районында басейн булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Спорт менән шөғөлләнеү, йөҙөп өйрәнеү мөмкинлеге булырға тейеш”. 

 

Фото: республика Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Айһылыу Низамова.
Автор:
Читайте нас