

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров салғы тотоп торған үлем шәүләһенең фотоһон социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ҡуйған. Унда: “Һыу – хаталарҙы ғәфү итмәй” тип яҙылған. Был видеороликтан алынған кадр. Ролик иртәгә сығасаҡ.
“Алда – дүрт ял көндәре көтөлә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!” – ти Фәрит Ғүмәров.
Быйылғы һыу инеү миҙгелендә Башҡортостанда 99 кеше һыуға батып үлгән. Шуларҙың 13 – балалар.
Автор:Разинә Зайнетдинова.