

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бала токка һуғылғандан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Футбол уйнап йөрөгән балаларҙың тубы трансформатор щитына эләккән. Бер малай уны алам тип менеп киткән һәм токка һуғылған.
Илназ һаман да реанимацияла ята. Уны килтергәндә ҡул суҡтары "үлгән" булған, шуға уларҙы киҫергә тура килгән.
Илназ - ғаиләлә кинйә бала, ата-әсә ете бала үҫтерә, шул иҫәптән икәүһе тәрбиәгә алынған. Малай мәктәптә бишлегә генә уҡый. Атаһы - урындағы мәктәптә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән белем бирә. Әсәһе балалар, хужалыҡ менән шөғөлләнә, хаҡлы ялда.
Хәҙер ғаиләгә ярҙам кәрәк, сөнки Илназды дауалау өсөн байтаҡ аҡса талап ителә.
Кемдәр ғаиләгә матди яҡтан ярҙам күрһәтергә теләй, әсәнең телефон номерына 8-937-353-66-30 (Һаҡлыҡ банкы) аҡса күсерергә мөмкин (ауылда Мегафон тотмай - был номерға шылтыратыу ауырыраҡ). Өфөнөң тән бешеү үҙәгенә барып, 10 йәшлек Илназ Дәүләтовҡа күстәнәстәр ҙә ҡалдырырға була.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар