Әбүбәкерҙең ир-егеттәре эшләгәнгә эш ҡарышмай тигәндәй, ауылған ингән урындағы стеланы яңыртып та ҡуйҙы. Эйе, райондың һәр бер ауылында матур стела йә «Хәйерле юл!», «Рәхим итегеҙ!» тигән яҙыуҙар ҡаршы ала. Башҡорт телендәге изге теләктәр тыуған ауылына ҡайтҡан һәр кемдең кәйефен күтәрә, илһөйәрлек рухын арттыра. Зауыҡлы яҙыуҙар башҡорт орнаменты менән биҙәлеп, аылға йәм өҫтәй.