Тәбиғәтте һаҡлау беҙҙең изге бурыстарҙың береһе, әгәр тәбиғәт ҡомартҡыларына һаҡсыл ҡарашта булмаһаҡ, был мөғжизәләр киләсәк быуындарға һаҡлап ҡала алмаясаҡбыҙ. Ошоно иҫтә тотоп, бөгөн юлбарыҫтар бик мөһим эш атҡарған. Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы уңайынан һәм «Атайсал» проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә шәхси эшҡыуар Денислам Бохарбаевтың ярҙамы менән Юлбарыҫ ауылы халҡы уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһын - йөҙйәшәр ҡарағасты уратып алған ҡойманы ремонтланы. Әйткәндәй ҡарағастың йәше 180 йылдан ашыу тип баһалана. Әммә Юлбарыҫ ауылында йәшәүсе Әмир Вәхитовтың һөйләүенә ҡарағанда, ағасҡа 600-700 йыл тирәһе булырға тейеш.
Белешмә:
Еранағас йылғаһының һул яҡ ярынан йыраҡ түгел, Юлбарыҫ ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 4 саҡрым тирәһе арауыҡта урынлашҡан был уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы - Башҡортостандың дала зонаһындағы иң оло ҡарағас. Уның йәше 180 йылдан ашыу тип баһалана. 2003 йылда ул тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын ала. Һаҡлау майҙаны - 0,03 гектар. Ағастың бейеклеге яҡынса 13 м, диаметры 72 см, ҡоласы 225 см. Оло ҡарағас Урал аръяғында ылыҫлы урмандарҙың дендрохронологияһы һәм фитогеографияһы өсөн ҙур ғилми ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Был ҡарағастың үҫеүе тарихи осорҙа был ағастарҙың көньяҡ сиге уларҙың хәҙерге таралыуына ҡарағанда күпкә көньяҡтараҡ үтеүен күрһәтә. Урал аръяғы дала зонаһының ҡоро климаты шарттарында ҡарағастың уңышлы үҫә алыу мөмкинлеге тураһындағы һығымта ошонан килә лә инде.
Юлбарыҫ ауылынан Гөлсинә Мәғәфүрова был тәбиғәт ҡомартҡыһы ҡарағас тураһында «Башҡортостан» гәзитендә (02 май 2017 йыл номерында) ошолай тип яҙа: «Юлбарыҫ ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡтағы меңйәшәр ҡарағас – ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы. ... Меңйәшәр ҡарағасҡа кеше күп килә, уның янында туҡталып, теләк теләйҙәр. Ауырыуҙарға – дауаһын, аҙашҡандарға юл күрһәткән маяҡ, шанлы һәм данлы тарихыбыҙҙың тере хәтере, рухи көс биргән илаһи бер мөғжизәгә тиң меңйәшәр ҡарағас янында барыһы ла нисектер таҙарынып, яман уйҙарҙан арынып, үҙҙәренә көс һәм рух алғандай тойола...»