Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
6 Сентябрь 2023, 19:16

Конкурста ҡатнашығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ!

  

Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы уңайынан «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите редакцияһы Хәйбулла районы биләмәһендәге башҡорт ер-һыу атамалары буйынса бәйге иғлан итә.

Ата-бабаларыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған ауылдарҙың, йылға-шишмәләрҙең, туғай-үҙәндәрҙең, тау-убаларҙың һәм башҡаларҙың атамаларын тикшереү – былар барыһы бергә бәләкәй Ватаныбыҙҙың образын барлыҡҡа килтерә, Хәйбулла еренең тарихы һәм мәҙәниәте менән бәйләнеш булдыра. Ер-һыу атамалары – тарихтың өнһөҙ шаһиттары. Карталарҙа ла, бер ҡайҙа ла теркәлмәгән, бер ауыл халҡы ғына белгән тау, йылға, шишмә исемен беҙ өйрәнергә, белергә тейешбеҙ. Һәр һуҡмаҡ, соҡор, йырындар ҙа бит тарих һаҡлай. Улар ошо ерҙә элек-электән йәшәгән халыҡтың үткәне менән бәйле. Шуға ла ер-һыу атамалары тарихын яҙып алыу – һәр кемдең бурысы, бик кәрәкле эш. Бәйгенең ер-һыу атамаларына арналыуы тыуған яҡты тәрәнерәк өйрәнергә, йәшәгән ереңдең үҙенсәлектәрен асыҡларға, тарихты белергә ярҙам итә.

Эштәр тикшеренеү характерында булырға тейеш. Топонимдарҙың этимологияһын фәнни-популяр һәм белешмә әҙәбиәт ярҙамында асыҡлау, материалдар йыйыу өсөн кешеләрҙең хәтирәләрен, топонимдарҙың килеп сығышы менән бәйле риүәйәттәрҙе яҙыуҙы ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге эштең аҙағында урынлаштырыла. Эш тексында теге йәки был фәнни сығанаҡҡа һылтанмалар булыуы мөмкин.

Конкурс эштәре электрон вариантта («Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең “ВКонтакте” төркөмөндә https://vk.com/club154583724) йәки ҡульяҙма рәүешендә (редакция бинаһында) ҡабул ителә. Объекттың фотографиялары электрон вариантта ҡабул ителә. Эштәрҙә бәйгесенең фамилияһы, исеме, атаһының исеме, тыуған йылы, ауылы, телефоны күрһәтелә.

Конкурс эштәре 2023 йылдың 15 декабренә тиклем ҡабул ителә. Конкурс еңеүселәренә дипломдар һәм бүләк сертификаттары тапшырыла.


Бәйләнеш өсөн телефон: 2-14-98.
Мөхәрририәт.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: