Хәйбулла районы ирекмәндәре тарафынан хәрби махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә ярҙам күрһәтеү маҡсатында бик күп эштәр алып барыла. Әлеге көндә бар талаптарға тап килтереп маскировка селтәрҙәре эшләү буйынса ҙур эштәр алып барыла.
Ил төкөрһә, күл була тиҙәр. Хәйбулла ирекмәндәре башлап ебәргән эш район халҡы, битараф булмағандар тарафынан бик әүҙем күтәрелеп алынды. Райондаштар хәрби яҡташтары өсөн ҡулдан килгән һәр эште башҡарырға тырыша. Кемдәрҙер аҡсалата ярҙам ҡулын һуҙһа, кемдәрҙер ойоштороусылар тарафынан үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәренә яҙылып, бар талаптарға тап килтереп маскировка селтәрҙәрен үреү серҙәренә төшөнә. Ошо арала Һамар ауылында оҫталыҡ дәресе үткәрелгән, унда Быҙаулыҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла килгәндәр. Әлеге ваҡытта Ғәлиәхмәт, Иләс, Федоровка һәм башҡа ауылдарҙа маскировкалау селтәрҙәрен үреү эшенә тотонғандар.
«Бөгөн яугирҙарға маскировкалау селтәрҙәренең кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Был селтәрҙәрҙе үреп өлгөртөргә кәрәк», – тип хафалана ҡатын-ҡыҙҙар һәм буш ваҡыттарында селтәр бәйләүгә ашыға улар. Маскировкалау селтәрен үреү бик үк еңелдән түгел, тиҙ генә ҡулдар тала. Шуға күрә, күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, бында күмәк кеше көсө талап ителә.
«Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк! Яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлау өсөн маскировкалау селтәрҙәре ҙур роль уйнай, ә улар етмәй. Дошмандың дрондарынан маскировка егеттәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Беҙ егеттәргә үҙ ҡулдарыбыҙ менән ярҙам итә алабыҙ. Ярты сәғәтме, бер сәғәтме селтәр үреү - был бер яугирҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуы мөмкин. Селтәрҙәр үреү өсөн майҙансыҡтарҙың адрестары:
* Ауыл клубтары;
* Аҡъярҙа — "Ғаилә" үҙәге (М. Гәрәев урамы, 40-сы йорт);
* Бүребайҙа — китапхана, "Металлург" ауыл мәҙәниәт йорто, мәктәп;
* Татыр-Үҙәктә — ауыл мәҙәниәт йорто һәм мәктәп.
Изге эштән ситтә ҡалмайыҡ, яҡташтар! Ир егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарға тиҙ арала әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә ҡалабыҙ!» — ти Хәйбулла ирекмәндәре.
Фото:Волонтёры Хайбуллы.Доброе дело төркөмөнән.