Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Апрель 2023, 09:07

Хәйбулла районы проекттары өсөн тауыш бирәйек

Тауыш биреү ағымдағы йылдың 31 майына тиклем https://2.gorodsreda.ru/ платформаһында дауам итә. Тауыш биреүҙә 14 йәштән өлкән һәр Рәсәй гражданы ҡатнаша ала

Хәйбулла районы проекттары өсөн тауыш бирәйек
Хәйбулла районы проекттары өсөн тауыш бирәйек

15 апрелдә, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә 2023 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреү башланды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреү ағымдағы йылдың 31 майына тиклем https://2.gorodsreda.ru/ платформаһында дауам итә. Тауыш биреүҙә 14 йәштән өлкән һәр Рәсәй гражданы ҡатнаша ала - ул тәҡдим ителгән биләмәләрҙең береһе йәки һайлап алынған киңлектең дизайн-проекты өсөн тауыш бирә ала.

Платформаға Хәйбулла районында 2 проект индерелгән:

1. Аҡъяр ауылы мәҙәниәт һәм ял паркы территорияһын төҙөкләндереүҙең 2-се этабы - тротуарҙарҙы һәм сәхнә алдындағы майҙансыҡтарҙы төҙөкләндереү, автомобиль туҡталҡаларын тәртипкә килтереү, арт-объект ҡуйыу, видеокүҙәтеү һәм йәшелләндереү.

2. Аҡъяр ауылы үҙәген төҙөкләндереү: С.Юлаев проспекты, Мортазин урамы, Аҡмулла урамы, Йәштәр урамы сиктәрендә - биләмәне йәшелләндереү, балалар өсөн уйын майҙансығы, тротуарҙар, аллея.

Тауыш биреү Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки телефон номерында иҫәп яҙмаһы ярҙамында ойошторола. Онлайн-тауыш биреү процедураһы түбәндәгесә:

- Муниципаль берәмегегеҙҙе (Хайбуллинский муниципальный район) һайлағыҙ һәм тауыш биреү өсөн объекттар исемлеге менән танышығыҙ;

- Дәүләт хеҙмәттәре аша инегеҙ йәки теркәү формаһында фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе, атайығыҙҙың исемен, тыуған көнөгөҙҙө, йәшәгән урынығыҙҙы, электрон почтағыҙҙың адресын яҙып, теркәлегеҙ, телефон номерын раҫлағыҙ;

- Исемлектән тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәһен һайлап алығыҙ;

- Тауыш биреү тамамланғандан һуң тауыш биреү һөҙөмтәләре сайтта баҫыласаҡ.

 

Хәйбулла районы проекттары өсөн тауыш бирәйек
Хәйбулла районы проекттары өсөн тауыш бирәйек
Хәйбулла районы проекттары өсөн тауыш бирәйек
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: