Бөгөн Башҡорт Википедияһы тыуған көнөн билдәләй. Тап 18 йыл элек, 2005 йылдың 16 апрелендә, виртуаль энциклопедияла билдәһеҙ автор «Башҡортостан» исемле тәүге мәҡәлә яҙып ҡалдырған. Һәм был көн Башҡорт Википедияһының тыуған көнө тип иҫәпләнә.
Башҡорт Википедияһы йылдам үҫешкән проекттарҙың береһе булып тора һәм донъяла ғәмәлдәге тел бүлектәре араһында тәүге 100 иҫәбенә инә. Башҡорт телендәге иң ҙур һәм иң күп кеше йөрөгән сайтта дөйөм күләме 27 миллион һүҙ тәшкил иткән 62500 энциклопедик мәҡәлә бар. Быйыл март айында уларҙы 120 мең уникаль ҡорамалдан 5 миллиондан ашыу тапҡыр уҡынылар. Виртуаль энциклопедия эстәлегенең киң тематикаһы арҡаһында башҡорт теле компьютер лингвистикаһы буйынса глобаль проекттарға ингән. Улар башҡорт теле өсөн яңы IT-ҡушымталар әҙерләргә мөмкинлек бирә.
Башҡорт Википедияһын үҙҙәренең буш ваҡыты иҫәбенә ирекмәндәр бушлай булдыра. 18 йыл эсендә 3330 кеше уның үҫешендә ҡатнашҡан. Башҡорт википедиясыларының төп төркөмө - ул өлкән быуын кешеләре: журналистар, яҙыусылар, уҡытыусылар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ студенттар һәм өлкән кластар уҡыусылары. Уларҙың иң әүҙемдәре күп йыллыҡ һәм емешле ирекмәнлек эшмәкәрлеге өсөн дәүләт һәм йәмәғәт наградаларына лайыҡ булды. Башҡортостан википедиясылары халыҡ-ара һәм төбәк-ара конференцияларҙа, ижади мәҡәләләр конкурстарында ҡатнаша, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә һәм унан ситтә Башҡортостан тураһында мәғлүмәт таратыу эшенә ҡулдан килгәнсә өлөш индерә. Улар башҡорт вики-өләсәйҙәре булараҡ бөтә донъяға танылыу яуланы, уларға Викимания-2019 донъя конференцияһы ваҡытында Стокгольмдың ҡала ратушаһының Алтын залында алҡышланылар.
- Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренә төрлө дәүләт һәм йәмәғәт структуралары даими ярҙам итеп тора, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев. - Төп ойоштороу партнерҙары - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), Башҡортостан Республикаһының Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалдары, «Юлдаш» һәм «Ашҡаҙар» радиоканалдары, «Ватандаш» журналы, «Башҡортостан», «Киске Өфө», «Йәшлек» гәзиттәре баһалап бөткөһөҙ мәғлүмәти ярҙам күрһәтә. Башҡорт Википедияһы саралары йыш ҡына халыҡ бағымсылары ярҙамында уҙғарыла. Википедияла ҡатнашыусылар еңеп сыҡҡан ҡаҙаныштар, ысынлап та, һиҙелә. Шул уҡ ваҡытта беҙ киләсәккә йүнәлеш алған перспективаларҙы ла асыҡ күрәбеҙ, алдыбыҙҙа торған бурыстарҙың мөһимлеген аңлайбыҙ. Бөтә күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, - тип йомғаҡланы Рөстәм Нурыев.