Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
29 Март 2023, 09:13

Өс дуҫ үҙ аҡсаһына яугирҙар өсөн машина һатып алған

   

Өс дуҫ үҙ аҡсаһына яугирҙар өсөн машина һатып алған
Өс дуҫ үҙ аҡсаһына яугирҙар өсөн машина һатып алған

Асҡын районынан махсус хәрби операция зонаһына сираттағы гуманитар йөк оҙатырға йыйыналар. Был юлы асҡындар, медикаменттар һәм аҙыҡ-түлек тейәлгән посылкаларҙан тыш, ике транспорт әҙерләгән.

Хакимиәт башлығы Динис Йосоповтан билдәле булыуынса, Ҡашҡа ауылынан өс дуҫ: Рәсүл Зиннәтуллин, Ришат Лотфуллин һәм Ришат Фәйезов үҙ аҡсаһына «Нива» һатып алған.

«Беҙ өс класташ, өс дуҫ. Алғы һыҙыҡтағы егеттәр менән шылтыратып һөйләшеп торабыҙ. Улар машина һораны», – ти Рәсүл Зиннәтуллин.

Ә Ҡубыяҙ ауылы фермеры Рәдиф Ғарифуллин махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн УАЗ машинаһы һатып алған. Ике транспорт та мобилизацияланған яҡташтарының теләктәрен иҫәпкә алып нығытылған. 

 

Фото:Динис Йосоповтың социаль селтәрҙәре
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: