Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Февраль 2023, 23:08

Ил һағында йөрөгән яҡташыбыҙ Тимур Рәмовтан сәләм хәбәре килде

"Райондаштарыбыҙ ебәргән посылкаларҙы алып ҡыуандыҡ",--ти Тимур Дәүләткилде улы. Тулыраҡ һылтанма аша уҡығыҙ!

Ил һағында йөрөгән яҡташыбыҙ Тимур  Рәмовтан сәләм хәбәре килде
Ил һағында йөрөгән яҡташыбыҙ Тимур Рәмовтан сәләм хәбәре килде

Был  турала муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә яҙҙы.

Көн һайын тиерлек районыбыҙ ауылдарынан яу ҡырындағыларға төрлө ярҙам килеп тора. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уны тәғәйен ергә алып барып еткерергә, йә бер нисек ебәреү яйын табырға тырышабыҙ.

Бына бөгөн ил һағында йөрөгән яҡташыбыҙ Тимур Дәүләткилде улы Рәмовтан сәләм хәбәре килеп төштө: "Алтын утта, кеше ауырлыҡта һынала, тигәндәй, Хәйбулла районы халҡы һынатманы. Беҙ райондаштарыбыҙ ебәргән посылкаларҙы алып ҡыуандыҡ. Йылҡы итенән яһалған тушенкаларҙан аштар бешереп ашап, ҡырҡылған туҡмастарынан ауыҙ иткәс, өйгә ҡайтҡандай булдыҡ. Райондаштарым, һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Беҙгә көс-ҡеүәт бирҙегеҙ! Беҙ имен - һау әйләнеп ҡайтырбыҙ!"

Рустам Шарипов

 

Автор:
Читайте нас: