Ҡытай егете хайран итте

Тән бызмырлап китте, һеҙҙе башҡорт түгелһегеҙ тип уйламаҫ та инек...

Ҡытай егете хайран иттеҠытай егете хайран итте
Ҡытай егете хайран итте

Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған ҡытай егете башҡортса йырлап, меңәрләгән һоҡланғыс хуплауҙар йыйҙы.

Го Ваньюэ диплом тапшырыу тантанаһында Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың “Сайҡалалар кәмәләр” йырын башҡара.

Видео 12 меңдән ашыу лайк һәм йөҙләгән комментарий йыя.

 “Тән бызмырлап китте, һеҙҙе башҡорт түгелһегеҙ тип уйламаҫ та инек”, – тип тамашасылар ғәжәпләнеүен белдерә.

 Студент үҙе уҡытыусыларға һәм институтҡа рәхмәт белдерә, ә иртәгә Ҡытайға ҡайта.

Фото: скриншот.

Автор:
Читайте нас