Һаҡмар буйҙары шат тауыштарға күмелде

Халыҡ телендә Бүре тип йөрөтөлгән Һаҡмар-Наҙарғол ауылында өс быуынды – балаларҙы, уларҙың ата-әсәһен һәм өләсәй-ҡартатайҙарҙын берләштергән сағыу ғаилә байрамы гөрләп уҙҙы.

Һаҡмар буйҙары шат тауыштарға күмелдеҺаҡмар буйҙары шат тауыштарға күмелде
Һаҡмар буйҙары шат тауыштарға күмелде

Бында барыһы ла алдан уйланып эшләнгән ине, шуға ла халыҡты берләштереү, йолаларҙы йәштәргә еткереү, туғанлыҡ ептәрен нығытыу бурысы менән ойошторолған күркәм сара үҙ маҡсатына өлгәште тиергә мөмкин. Һаҡмар буйындағы хозур тәбиғәтле, байрамса биҙәлгән аҡланға ауылдаштар һәм сит тарафтарҙан ҡайтҡан яҡташтар йыйылып, өлгөлө ғаиләләрҙе бүләкләп, көслө алҡыштарға күмеп тәбрикләне, дуҫлыҡ мөхите менән һуғарылған төрлө мауыҡтырғыс уйындарҙа ихлас ҡатнашып, күңелле ғаилә эстафеталарында көстәрен һынаны. Аҙаҡтан бөтәһе лә табын артында ҡорбан итенән ауыҙ итте, байрамды ойоштороусыларға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

 

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 27-се һанында уҡығыҙ.

Фотоальбомға һылтанма: https://vk.com/club154583724?z=album-154583724_309705673 

Һаҡмар буйҙары шат тауыштарға күмелде
Һаҡмар буйҙары шат тауыштарға күмелде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас