

“Көртмәле күҙ күреүсәнлеген яҡшырта”
Беҙ көртмәленең файҙаһы тураһында йыш ишетәбеҙ, имеш, был емеште ҡулланыу күҙ үткерлеген, күреүсәнлеген яҡшырта. Айырыуса төрлө биологик өҫтәмәләр етештереүсе фарминдустрия уның файҙаһы тураһында күпертеп яҙа, рекламалау менән мауыға. Эйе, көртмәле составында күҙҙәр өсөн генә түгел, тотош организм өсөн ыңғай йоғонто яһаған лютеин бар, әммә көртмәле йәки уның экстракттары менән насар күреүсәнлекте яҡшыртып булмай. Был мәсьәләлә бары күҙ табиптары линза, күҙлектәр һайлау йәки күҙ күреүсәнлеген коррекциялау буйынса операциялар һөҙөмтәһендә генә ярҙам итә ала, тип иҫәпләй офтальмологтар.
“Организмыңды шлактарҙан таҙарт”
Был уйҙырманы кем генә таратмай хәҙер – блогерҙар, төрлө биологик өҫтәмәләр етештереүселәр, сәләмәт тормош менән йәшәргә ынтылыусылар ... Имеш, беҙҙе ҡартайыуға, ауырыуҙарға килтереүсе токсиндарҙы һәм шлактарҙы организмдан сығарырға кәрәк. “Шлак” – металлургия сәнәғәтенән килеп ингән термин, ә медицинала ундай төшөнсәнең булғаны юҡ.
Хәҙер токсиндар тураһында аңлатабыҙ. Әгәр улар организмда тупланһа, беҙ реанимацияла ағыуланыу һәм токсикоз менән ятҡан булыр инек. Токсиндар организмға төрлө матдәләр менән ағыуланғанда ситтән инә. Бауыр һәм бөйөр тәүлек әйләнәһенә өҙлөкһөҙ эшләп, уларҙы зарарһыҙландыра, ти белгестәр.
“Шәкәр ашаһаң, сирләрһең”
Күптәр шәкәр диабеты сәбәбен самаһыҙ шәкәр ашауҙа тип иҫәпләй. Белгестәрҙең әйтеүенсә, сир үҫешеүендә шәкәрҙе ғәйепләү дөрөҫлөккә тап килмәй. Диабет – бер генә сир түгел, ә глюкоза алмашыныуы боҙолған тотош хәл-торош төркөмө сирҙәре. Ашҡаҙан аҫты биҙе инсулин етештереп сығара, был гормон күҙәнәктәргә глюкозаны ҡандан үҙләштерергә һәм энергия өсөн тотонорға ярҙам итә. Ә диабет тап ошо процесҡа ҡамасаулай. Шуға күрә ҡанда глюкоза кимәле даими күтәрелә. Юғары глюкоза ул тиклем хәүеф тыуҙырмаһа ла, уның эҙемтәләре ваҡ һәм эре ҡан тамырҙарын, нервы епсәләрен зарарлай һәм етди өҙлөгөүҙәргә алып килә. Һимереү һәм татлы газлы эсемлектәр сирҙең үҫешенә ҙур йоғонто яһай.
“Стрестан сәсем ағарҙы...”
Кешенең сәсе иртә ағарыуын стресс менән бәйләү фәнни яҡтан иҫбатланмаған. Ғалимдар стресс, борсолоуҙар менән сәстәр салланыуы араһында тура бәйләнеште күрмәй. Сәс төҫө өсөн “меланин” тип аталған пигмент яуап бирә, әгәр ул организмда етешмәһә, сәстәрҙә сал күренә башлаясаҡ.
“Кеше – көсһөҙ йән эйәһе”
Ғәжәп хәлдәр эргә-тирә яғыбыҙ тулы. Ғәҙәттә беҙҙең мускулдарыбыҙҙың көсө сикләнгән. Әммә адреналин күтәрелгәндә кешелә баһадирҙарға хас көс-ҡеүәт ҡалҡып сығыуы ихтимал. Бындай хәлдә кеше иҫ киткес ҙур ауырлыҡтағы әйберҙәрҙе күтәрә ала. Мәҫәлән, автомобилде күтәреү, алыҫ араны йүгереп үтеү осраҡтары билдәле. Ҡайһы бер мәлдәрҙә уның файҙалы булыуына ҡарамаҫтан, ғәҙәттәге тормошта бындай көс мускулдар һәм һеңерҙе зарарлауы ихтимал.
“Микротулҡынлы мейесте ҡулланырға яратмайым”
Ололар йыш ҡына микротулҡынлы мейес менән файҙаланғанды өнәмәй. Ҡайһы берәүҙәр уның онкологик сирҙәрҙе тыуҙырыу мөмкинлегенә баҫым яһай, икенселәр мейестең электр утын күп тотоноуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Ғалимдар күп тикшереүҙәр үткәреп, яман шешкә юлыҡтырыу уйҙырмаһын кире ҡаҡты. Бындай мейестәр аҙыҡты бары йылыта ғына, ә туҡланыу матдәләренә газ плитәләрендә бешергәндәге кеүек тәьҫир итә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоэтюды.