

Тас йәки ҙур моҡсай алығыҙ ҙа эсенә бер аҙ тоҙ һалығыҙ. Унан ялан аяҡ килеш был тоҙҙо тапағыҙ. Ике аяғығыҙ менән дә яҡшылап тапап, шул рәүешле массаж эшләгеҙ. Аҙаҡ аяғығыҙҙы йылы һыу менән йыуығыҙ ҙа крем һөртөгөҙ.
Ҡиммәтле тоҙ эҙләмәгеҙ. Соль-Илецкиҙыҡы һәйбәт. Йәки аптеканан диңгеҙ тоҙон алығыҙ.
Ҡулланылған тоҙҙо ташламағыҙ, массаж өсөн һәр саҡ шуны уҡ ҡулланырға була.
Һыуыҡ көндәрҙә тоҙҙо әҙерәк йылытып алығыҙ.
Әгәр буш ваҡытығыҙ булмаһа, тоҙҙо ойоҡбаш эсенә һалығыҙ ҙа үҙ эшегеҙ менән булышығыҙ.
Тоҙҙо 15 минут самаһы тапарға кәрәк. Күнекмәне курс менән башҡарығыҙ: 7-10 көн дауамында.
Был эш йоҡоно яҡшырта, көс-дәрт бирә, быуындар һыҙлауын баҫа, ҡан әйләнешен яҡшырта.
Автор фотоһы.
Сығанаҡ: https://vk.ru/wall-202792286_53999