

Был ысулдар йылдар дауамы менән һыналғандары ғына. Әлбиттә, төрлө-төрлө дарыуҙар менән дә дауаланып була. Әммә сирҙәр баш ҡалҡытҡан миҙгелдә дарыуҙарҙың ҡапыл ғына хаҡы күтәрелеп китеүен иҫәпкә алғанда… Ошо уҡ рецептарҙы балаларҙы дауалағанда ла ҡулланырға мөмкин.
Глинтвейн
Был эсемлек менән күптәр таныштыр, моғайын. Уны әҙерләү ысулдары ла күп төрлө. Составында мотлаҡ цитрус емештәр, тәмләткестәр һәм бал булырға тейеш. Глинтвейн ярҙамында тамаҡ ауыртыуын, тауыш үҙгәреүен бөтөрөргә мөмкин. Шулай уҡ был эсемлек тәндәге һаҡланыу сараларын көсәйтә, эстәге вирустарҙы үлтерә.
Башлы һуған менән ингаляция яһау
Күптәр танау тонған саҡта уның һутын тамыҙа. Әммә һуған менән һаҡ булығыҙ: күҙҙән йәш сығарыр әсе һуты танау эсендәге тирене яндырыуы ихтимал. Шулай ҙа һуған менән дауаланырға яратыусыларға түбәндәге ысулды тәҡдим итәбеҙ. Ҙур бер баш һуғанды дүрткә бүлеп, ҡайнар һыуға һалырға һәм быуын һуларға.
Алоэ
Алоэ һутын танауға һала торған шыйыҡса урынына ҡулланырға мөмкин. Яңы ғына һығып алынған был мөғжизәле үҫемлектең һуты танау эсендәге йомшаҡ тирене дымландыра һәм тымауҙы бөтөрөргә ярҙам итә.
Һарымһаҡ
Был йәшелсә, һис шикһеҙ, кеше һаулығы өсөн һанап бөткөһөҙ файҙа килтерә. Бер нисә минут эсендә сир тыуҙырыусы микроорганизмдарҙы ла үлтерә. Шуға ла уны сей килеш ашарға ла була, ҡырҡҡыслап ултыртып ҡуйып, еҫкәп йөрөү ҙә файҙалы.
Прополис
Бер бәләкәй киҫәк прополис әллә ниндәй ҡыйбатлы дарыуҙарҙан файҙалыраҡ. Беренсенән, ул ауыҙ эсендәге бактерияларҙы үлтерә. Икенсенән, ул һыҙланыуҙы баҫа. Киҙеү мәлендә һәм һыуыҡ тейгән осраҡта бер аҙ хәлде яҡшырта. Өсөнсөнән, иммунитетты нығыта. Эпидемия ваҡытында организмды төрлө вирустарҙан һаҡлай.
Шулай ҙа медицина хеҙмәткәрҙәре үҙ белдегең менән дауаланырға кәңәш итмәй. Тәндә хәлһеҙлек барлыҡҡа килеп, температура күтәрелһә, йә башҡа төрлө билдәләр булғанда, иң тәүҙә табипҡа күренергә кәрәк. Ә халыҡ рецепттарын төп дауаға өҫтәмә рәүештә ҡулланырға тырышығыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Мәғлүмәт интернет селтәренән алынды.
Фото: нейроселтәрҙән.