ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
29 Сентября , 11:18

Ҡапыл үҙәк көйһә...

Мәҫәлән, етен орлоғо үҙәк көйөүгә ҡаршы һөҙөмтәле сараларҙың береһе һанала. Уны кефирға ҡушып йәки блендер ярҙамында ваҡлап ҡулланырға мөмкин. Рецепттары - яҙмала. 

Ҡапыл үҙәк көйһә...Ҡапыл үҙәк көйһә...
Ҡапыл үҙәк көйһә...

Үҙәк көйөү кеүек насар күренеш күптәргә яҡшы таныш. Түбәндәге ябай ғына алымдар, бәлки, кемгәлер ярҙам итер.

  • Сәтләүек йәки көнбағыш емеше ашап ҡарағыҙ. Сәтләүектең ниндәйе булһа ла ярай.
  • Бер балғалаҡ үҫемлек майы эсегеҙ (көнбағыш, зәйтүн майы мөмкин).
  • Ҡаты сортлы һутлы алма йәки кишер ашағыҙ.
  • Үҙәк көйөүҙән укроп һәм аҡ сәскә (ромашка) төнәтмәһе ярҙам итә.
  • Бер стакан йылы һөт эсергә мөмкин.
  • Етен орлоғо үҙәк көйөүгә ҡаршы һөҙөмтәле сараларҙың береһе һанала.
  • Бер стакан кефирға (ҡатыҡҡа) ике балғалаҡ етен орлоғон һалып, яҡшы итеп туғып эсһәгеҙ, ун минуттан үҙәк көйөү тулыһынса баҫылыр.

Профилактика өсөн

  • Өс аш ҡалағы етен орлоғон ҡәһүә тарттырғыс йәки блендер ярҙамында ваҡлағыҙ. Бер стакан ҡайнар һыу, бер балғалаҡ бал һалып болғатығыҙ. Ҡунаҡҡа барырға булһағыҙ, әлеге коктейлде ашарҙан ярты сәғәт алдан эсегеҙ.
  • Бер үк нисбәттә (бер нисә аш ҡалағы) картуф менән кишер һутын болғап эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә.
  • 20-шәр грамм һары мәтрүшкә, аҡ сәскә һәм юл япрағын бергә ҡайнатып төнәтмә әҙерләгеҙ. Ашар алдынан ярты сәғәт алда бер аш ҡалағы эсергә.

Фото Гигачатта яһалма зиһен ярҙамында эшләнде (https://giga.chat)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова.
 
 
Автор: