ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
9 Сентября , 08:06

Ҡый үләндәре менән көҙөн көрәшеү һөҙөмтәлерәк

-

“Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге”нең үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса баш агрономы Менәүәрә Хисаметдинова фекеренсә, көҙ — ҡый үләндәре менән көрәшеү өсөн иң яҡшы ваҡыт, сөнки был үҫемлектәрҙең күренеп торған өлөшөн генә алып ташлау түгел, ә уларҙың тамыр системаһын юҡ итеү, орлоҡтарының өлгөрөп етмәүенә өлгәшеү мөмкинлеге бар.

Нимә эшләргә мөмкин?
Утау. Өҫкө өлөшөн генә ҡырҡып өҙөп алыу түгел, ә тамыр системаһын тотошлайы менән алырға тырышығыҙ. Көҙөн күп йыллыҡ ҡый үләндәрҙә туҡлыҡлы матдәләр тамырҙарында туплана — әгәр уларҙы өҫкө өлөшөнән мәхрүм итһәгеҙ, ҡар яуғанға тиклем яңынан үҫеү өсөн уларға ресурс етмәйәсәк. Дымлы тупраҡта эшләү яҡшыраҡ, сөнки ҡоро тамыр өлөштәргә еңел һынып бүленә. Мөһим ҡағиҙә: йолҡоп алынған күп йыллыҡ ҡый үләндәрен компосҡа һалмағыҙ! Уның орлоҡтары һәм тамырҙары йыш ҡына сереп бөтмәй, һеҙ проблеманы баҡса буйлап таратасаҡһығыҙ.
Мульчалау. Әгәр сидераттар (йәшел ашлама) сәсмәһәгеҙ, бушаған түтәлдәрҙе ҡалын ҡатлам органик мульча (сабылған үлән, ҡоро япраҡ, компост) менән ҡаплағыҙ. Мульча ерҙә ҡалған орлоҡтарға һәм тамырҙарға яҡтылыҡ бирмәй — фотосинтез булмағас, улар шытып сыға алмай. Бынан тыш, мульча тупраҡты ел эрозияһынан һаҡлай. Тик иғтибарлы булығыҙ: мульчала орлоҡтары булған үҫемлектәр булырға тейеш түгел.
Сидераттар (йәшел ашлама) сәсеү. Был ҡый үләндәренән ҡотолоуҙың иң һөҙөмтәле һәм тәбиғи алымдарының береһе. Тиҙ үҫеүсе культуралар (гәрсис, арыш, һоло, фацелия, борсаҡ) һыуыҡтарға тиклем шытып сығып, тығыҙ йәшел «келәм» барлыҡҡа килтерәсәк һәм ҡый үләндәренә өмөт ҡалдырмаясаҡ. Бынан тыш, сидераттар тупраҡ структураһын яҡшырта, уны органика менән байыта.
Кәңәш: сидераттарға сәскә атып, орлоҡ барлыҡҡа килтерергә юл ҡуймағыҙ — юғиһә файҙаһы урынына тағы ла бер ҡый үләне сығанағы аласаҡһығыҙ.
Сабыуҙы яҡшыраҡ бөрөләнеү башында йәки саҡ ҡына иртәрәк атҡарырға мөмкин. Үҫемлектәрҙең бер өлөшөн ҡышҡа ҡалдырырға мөмкин (мәҫәлән, ужым арышы) — яҙын улар мульча ролен үтәйәсәк.
Гербицидтар. Көҙөн уларҙы ҡулланыу күп йыллыҡ ҡый үләндәренә ҡаршы айырыуса һөҙөмтәле. Был осорҙа үҫемлектәрҙә туҡлыҡлы матдәләрҙең тамырға әүҙем ағышы бара — гербицид тамыр системаһына тиҙерәк һәм тәрәнерәк үтеп инә. Ләкин бында нескәлектәр бар:
  системалы препараттарҙы (улар бөтә үҫемлек буйлап күсә) һайлағыҙ, контактлы түгел (өҫкө яҡта ғына эшләй).
  ҡоро, елһеҙ көндә эшкәртегеҙ. Һиптереүҙән алып ямғырға тиклем кәмендә 4–6 сәғәт үтергә тейеш.
  эшкәртеү алдынан тупраҡты йомшартмағыҙ һәм ҡаҙмағыҙ — бөтә тамырҙар буйлап препараттың таралыуы өсөн мөһим.
  ҡый үләндәре тулыһынса кибеп бөткәс, уларҙы участканан алығыҙ һәм ерҙе ҡаҙығыҙ.
Иғтибар: гербицидтар — ҡеүәтле тәьҫир итеүсе матдәләр. Инструкцияны теүәл үтәгеҙ, культуралы үҫемлектәргә эләгеүенә юл ҡуймағыҙ.
Яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн бер нисә кәңәш
Алымдарҙы берләштерегеҙ. Мәҫәлән: тәүҙә утау һәм мульчалау, ә бушаған түтәлдәргә — сидераттар (йәшел ашлама) сәсеү.
Иҫкәртеү сараһын күрегеҙ. Түтәлдәрҙе буш ҡалдырмағыҙ — был ҡый үләндәре өсөн магнит булып тора.
Участка үҙенсәлектәрен иҫәпкә алығыҙ. Әгәр һүҙ ҡый үләндәре баҫҡан участка тураһында барһа, етдирәк сара кәрәк буласаҡ (гербицид менән эшкәртеү һәм ҡаҙыу). Газон өсөн гербицидтар менән тотош эшкәртеү ысулы бармай — улар газон үләнен дә үлтерәсәк, был осраҡта ҡул менән утау яҡшыраҡ.
Иң мөһиме — яҙҙы көтөргә түгел, ә хәҙерҙән эшкә тотонорға кәрәк. Бындай системалы алым киләһе миҙгелдә ҡый үләндәренең һанын 70-80% ҡыҫҡартырға ярҙам итә.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас