ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
9 Сентября , 04:18

Өс грамға ғына кәметһәң ...

Һөҙөмтә иҫ киткес: илдә йөрәк ишемияһы һәм инсультҡа юлығыусылар һаны кинәт 75 һәм 80 процентҡа кәмегән.

Ғалимдәрҙең фекеренсә, әгәр тоҙ ҡулланыуҙы көнөнә өс грамға ғына кәметһәң дә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре үҫеше яртылаш аҙаясаҡ. Ҡайһы бер илдәр был тикшереүҙәр һөҙөмтәһенән файҙаланып, үҙҙәрендә ҡайһы бер мөһим саралар ҡабул иткән.

 Мәҫәлән, Финляндияла үткән быуаттың 70-се йылдарында уҡ тоҙҙо көнөнә 12 грамдан туғыҙ грамға тиклем  кәметеүҙе саҡырған мәғлүмәт кампанияһын башлағандар. Һөҙөмтә иҫ киткес: илдә йөрәк ишемияһы һәм инсультҡа юлығыусылар һаны кинәт 75 һәм 80 процентҡа кәмегән. Иң мөһиме, ғүмер оҙайлығы биш-алты йылға артҡан.

Айрат Нурмөхәмәтәов фотоэтюды.

Автор:Дина Арсланова.
 
 
Автор:
Читайте нас