Артыҡ дымланыу арҡаһында бүлбеләр йыш ҡына фитофтороз менән зарарлана һәм серей башлай. «Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге» учреждениеһы агрономдары уңышты нисек ҡотҡарырға икәнен һөйләй.
Төп ҡағиҙә
Ҡаҙып алған картуфты бер ҡасан да шунда уҡ баҙға һалмағыҙ! Дымлы мөхиттә бүлбеләр лайлаланыр һәм 2–3 көн эсендә сереп, тирә-яғын зарарлар.
Беренсе киптереү
Картуфты 1-2 ҡат итеп (30 см тиклем) ел өрөп торған ышыҡ урында таратып һалығыҙ. Иғтибар: картуфты асыҡ ҡояшта киптерергә ярамай — бүлбеләр тиҙ арала йәшелләнәсәк! Тупраҡты бирсәткә кейгән килеш ҡул менән таҙартығыҙ. Картуфты һаҡлар алдынан йыуырға ярамай — һыу тын алыу тишектәрен томалай һәм бүлбе тонсоға. Киптереү ғәҙәттә 2–5 көн дауам итә.
"Дауалау осоро" — 2-3 аҙна. Уңышты +15…+18° температурала һәм яҡынса 90% дымлылыҡта тотоғоҙ. Ошо ваҡыт эсендә яралар төҙәлер, ә йәшерен ауырыуҙар ҡара таптар булып беленер.
Ике ҡат сортҡа айырыу
Беренсеһе: киптереүҙән һуң шунда уҡ ҡырҡылған, ярылған һәм йомшаҡ бүлбеләрҙе алығыҙ.
Икенсеһе: 2–3 аҙнанан. Сереп боҙола башлағандарын алып ташлағыҙ! Бер серек бүлбе тотош йәшникте юҡҡа сығара.
Баҙҙы әҙерләү
Стенаһын иҙелгән эзбизгә баҡыр купоросы ҡушып (100 грамм бер күнәккә) дезинфекциялағыҙ. Дымлылыҡты кәметеү өсөн мөйөштәргә һүндерелмәгән эзбиз, эре тоҙ йәки күмер тултырылған һауыттар ултыртығыҙ. Елләтеүҙе тикшерегеҙ!
Һаҡлау шарттары
"Дауалау осоронан" һуң температураны яйлап +2…+4 °C тиклем түбәнәйтегеҙ. Бындай һыуыҡта фитофтора әүҙем түгел, ә бүлбеләр «йоҡлай». Дымлылыҡ — 85–90%.