ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
29 Августа , 16:39

Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ!

Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып, эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан сығарылған һуған ҡушырға.

Кәтлиттәрҙе яһау өсөн ҙур булмаған ике ташҡабаҡ, бер һуған, ике йомортҡа, 100-150 гр сыр, дүрт аш ҡалағы он, йәшел үләндәр, бер тырнаҡ һарымһаҡ, ҡара борос, тоҙ, ҡыҙҙырыр өсөн үҫемлек майы кәрәк була.

Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып, эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан сығарылған һуған ҡушырға.

Йәшелсәләргә ҡырғыстан үткәрелгән сыр, ваҡ итеп туралған петрушка, бик ваҡ итеп туралған һарымһаҡ һалып бутайбыҙ. Тоҙ, борос, он һалып “ҡамыр” яһайбыҙ. Ул шыйыҡ булырға тейеш түгел. Шуға күрә ондо күберәк ҡушырға ла мөмкин.

Кәтлиттәрҙе ҡалаҡ менән һалып, яҡшы ҡыҙҙырылған майҙа бешерәбеҙ. Бик тәмле килеп сыға.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас