ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
13 Августа , 15:00

Ташҡабаҡ мул саҡта унан торт бешерәйек

Тиҙ эшләнә, бик тәмле килеп сыға. Ябай ғына рецепт - сайтта. 

Кәрәк була:

ике ташҡабаҡ (кабачки)

дүрт йомортҡа

бер стакан он

дүрт помидор

ике-өс тырнаҡ һарымһаҡ

өс-дүрт  аш ҡалағы ҡаймаҡ йәки майонез

тәменә ҡарап тоҙ һәм борос.

Әҙерләү:

Торт бешереү өсөн ташҡабаҡты эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, аҙаҡ бер аҙ һутын һығып алабыҙ. Уға йомортҡа, он, тоҙ, борос ҡушып бутайбыҙ, ҡатнашма ҡуйы ҡоймаҡ ҡамыры һымаҡ килеп сығырға тейеш. Табаны ҡыҙҙырып майлағас, ҙур ҡоймаҡтар һымаҡ итеп бешерәбеҙ. Торт эшләгәндә араларына һыларға майонезға ваҡланған һарымһаҡ өҫтәйбеҙ, биҙәр өсөн киҫелгән помидор ҡулланабыҙ. Бик тәмле килеп сыға, аштарығыҙ тәмле булһын!

 

 

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас