Шәп биш кәңәш

Сәғәт һайын 30 секунд аяҡ остарына баҫып тороу, һыуҙы йотомлап эсеү... Дарыуҙарҙы "онотоу" өсөн тағы ниндәй ябай ғәмәлдәрҙе үтәргә кәрәк?

Шәп биш кәңәшШәп биш кәңәш
Шәп биш кәңәш

Әхирәтемдең йәштән таныш күршеһе оҙаҡ йылдар хирург булып эшләне. Табип эште операцияға алып барып еткермәҫ өсөн ниндәй ғәҙәттәрҙе үтәргә кәрәклеге тураһында кәңәштәре менән уртаҡлашты. Уларҙың береһе лә дарыуҙар ҡулланыуҙы талап итмәй, бик ябай тойолған кәңәштәр һаулыҡты һаҡларға булышасаҡ.

Ошо биш пункттан торған кәңәштәр менән танышайыҡ.

1. Сәғәт һайын 30 секунд аяҡ остарына баҫып тороғоҙ. Хирургтың әйтеүенсә, ошо ябай ҡағиҙә “икенсе йөрәк” эшмәкәрлегенә тиң. Балтырҙар өҫкә ауыр күтәрелгән ҡанды ҡыуа. Сәғәтенә ярты минут эсендә мускулдар насос кеүек эшләп, ҡандың аяҡтарҙа хәрәкәтһеҙ тороуына ирек бирмәй. Был күнегеүҙе башҡаларға һиҙҙермәй генә сиратта торғанда ла, эш урынында ла башҡарырға мөмкин.

2. Һыуҙы литрлап түгел, йотомлап эсеү файҙалы. Һәр сәғәт һайын ике-өс йотом һыу эсегеҙ. Табиптың әйтеүенсә, ҡан һыуҙы һирәк эсеү арҡаһында ҡуйыра, ә күпме эсеүгә бәйле түгел. Иртә менән бер литр һыу эсеүҙең файҙаһы юҡ, ул артыҡ ауырлыҡ ҡына, аҙаҡ торғонлоҡ башлана. Табип тәнгә берҙәм система булараҡ ҡарауын белдерҙе, бында күләм түгел, ритм мөһимерәк, тип аңлатты.

3. Иртәнсәҡ аяҡтарҙы һалҡын һыу менән сайҡатыу ҡан тамырҙары өсөн файҙалы. Табиптың әйтеүенсә, һалҡын һыу тамырҙарҙы ҡыҫа, ә аҙаҡ улар кинәт киңәйә. Был ҡан тамырҙарын “уятып“ ебәреү өсөн яҡшы күнекмә. Кешеләр мускулдарын нығытыу менән шөғөлләнһә лә, ҡан тамырҙарын күнектерергә онота.

4. 45 минуттан да оҙаҡ ултырмағыҙ. Был ҡағиҙәне табип иң мөһиме тип иҫәпләй. Хатта эштә лә, самолетта ла ошо ваҡыттан һуң өс минут хәрәкәтләнегеҙ. Әгәр хәрәкәтләнмәһәң, ҡан йөрөшө туҡталғандай була, тап ошо мәлдән организмда проблемалар башлана ла инде.

5. Һәр иртә һайын уяныу менән ике минут ҡорһағығыҙға әйләнеп ятығыҙ. Хирургтың әйтеүенсә, йоҡлағанда ҡан ағымы ҡайҙалыр торғонлай, ҡайҙалыр йөрөшө яҡшыра. Ҡорһаҡта ятыу ҡан баҫымын тигеҙләй, диафрагманы эшкә ҡуша, эске торғонлоҡто бөтөрә. Бер ниндәй ҙә күнегеү яһау кәрәкмәй, бары уянғандан һуң бер-ике минут ҡорһағығыҙҙа ятып алығыҙ.

– Был кәңәштәр – дауа түгел, ә сирҙәрҙе иҫкәртеү саралары ғына. Яҡшы ғәҙәт дарыуҙарҙан яҡшыраҡ. Уларҙың һеҙҙе ауыр сирҙәрҙән, ҡатмарлы әмәлиәттәрҙән ҡотҡарып ҡалыуы бик ихтимал, – тине танышыбыҙ.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова.
 
 
Автор:
Читайте нас