Оло йәштәгеләр өсөн иң файҙалы балыҡ

Иң мөһиме - улар ҡиммәт түгел! Табиптар өлкәндәргә балыҡты аҙнаһына биш тапҡыр ашарға кәңәш итә.

Оло йәштәгеләр өсөн иң файҙалы балыҡ – треска, минтай һәм хек, тип иҫәпләй табип-диетолог, медицина фәндәре докторы Марият Мухина.

Уның һүҙҙәренсә, был балыҡтар йодҡа бай, шулай уҡ составында аҡһым һәм политуйындырылған кислоталар бар. Ә иң мөһиме, ул ҡиммәт түгел.

“Йод ҡалҡан биҙен, уның гормондарын синтезлауҙы һәм метаболизмды әүҙемләштерә. Айырыуса был диңгеҙҙән алыҫта йәшәгән ололарға кәрәк”, - ти белгес.

Шулай уҡ, балыҡтағы аҡһым күҙәнәктәр һәм инфекциялар менән көрәшкән антиесемдәрҙе синтезлау өсөн төҙөлөш материалы булып тора, тип өҫтәне Мухина.

Оло йәштәге кешенең менюһында балыҡ аҙнаһына биш тапҡыр, көнөнә 150-200 грамм булырға тейеш. Ҡыҙҙырған саҡта ризыҡта һаулыҡ өсөн хәүефле канцерогендар барлыҡҡа килә, шуға күрә уны быуҙа әҙерләү, быҡтырыу йәки бешереү яҡшыраҡ.

Автор:Альфия Мингалиева.
 
 
Автор:
Читайте нас