Ҡыяр тоҙлау өсөн шәп кенә рецепт

Иң тәмле, артыҡ тоҙло ла түгел, бер аҙ баллы маринадланған ҡыярҙар килеп сыға был рецепт менән. Һыналған, алыштырғыһыҙ минең өсөн, өйҙәгеләр ҙә маҡтай-маҡтай ашай.

Ҡыяр тоҙлау өсөн шәп кенә рецептҠыяр тоҙлау өсөн шәп кенә рецепт
Ҡыяр тоҙлау өсөн шәп кенә рецепт

Иң тәмле, артыҡ тоҙло ла түгел, бер аҙ баллы маринадланған ҡыярҙар килеп сыға был рецепт менән. Һыналған, алыштырғыһыҙ минең өсөн, өйҙәгеләр ҙә маҡтай-маҡтай ашай.

Шулай итеп: 3 литрлыҡ банка төбөнә бер зонт укроп, 5 түңәрәк борос, 3 ҡәнәфер (гвоздика) һалабыҙ. Ҡыярҙарҙы тығыҙлап, үҫкән яғын аҫҡа ҡаратып тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 10-15 минут тотабыҙ ҙа кире бушатып рассол яһайбыҙ.

Рассол өсөн: 4 аш ҡалағы өймәйенсә шәкәр, 2,5 аш ҡалағы өймәйенсә тоҙ һалып, ҡайнатып яңынан ҡыярҙар өҫтөнә ҡоябыҙ, унан һуң 4 тырнаҡ һарымһаҡ, 80 грамм аш һеркәһе һалып, ябып ҡуябыҙ.

Рецепт һәм фото - Айгөл Рәхмәтуллинанан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова.
 
 
Автор:
Читайте нас