Мул уңыш өсөн помидорҙарҙы туҡландырыу.
Ингредиенттар (5 л ҡайнар һыу): 3 стакан ағас көлө, 20 мл. спиртлы йод, 1 сәй ҡалағы бор кислотаһы
Эшләү ысулы:
Ҡайнар һыуға көл һәм бор кислотаһы өҫтәп болғатырға. Бер аҙ һыуытырға, йод өҫтәргә.
Бер сутка тоторға.
Ҡулланыу тәртибе: 1:10 (1 өлөш төнәтмә + 10 өлөш һыу) һыу менән айырырға. Ҡулланыу: тамыр аҫтына ҡыуаҡҡа 0,5 литр һибеү.
Сығынаҡ: "Файҙалы кәңәштәр"