Алманан телде йоторлоҡ мармелад эшләгеҙ

Ризыҡ табынға ҡуйырлыҡ матур ҙа, тәмле лә килеп сыға.

Бының өсөн 5 эре алма, 100 грамм шәкәр, 2 аш ҡалағы крахмал, 100 миллилитр һыу, 20 грамм желатин кәрәк.

Желатин өҫтөнә һыу һалып, ҡабартырға ҡуябыҙ. Крахмалды ла һалып иретәбеҙ. Алманы ҡабығынан, төштәренән таҙартып, эре ҡырғыстан ыуабыҙ. Кәстрүлгә һалып, шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә  30-40 минут бешерәбеҙ.

Артабан һыуҙа иретелгән крахмалды ҡушабыҙ ҙа ҡайнатып сығарабыҙ. Ҡайнар алманы блендерҙа иҙәбеҙ йәки иләк аша сығарабыҙ.

Желатинды яҡшылап иреп бөтһөн өсөн йылытабыҙ ҙа алмаға ҡушып, ныҡлап болғатабыҙ. Берәй һауытҡа полиэтилен пленка йәйеп, шуға алма массаһын ағыҙабыҙ. Тигеҙләп һалабыҙ ҙа һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.

Хәҙер һатыуҙа төрлө фигуралы кескәй генә һауыттар һатыла. Шуны алырға ла мөмкин. Мармелад матур ҙа, тәмле лә килеп сыға.

 

Сығанаҡ: Интернет.

Автор:
Читайте нас