Эремсек һыуы һәйбәт ябыҡтыра

Ябығыу өсөн уны дүрт өлөшкә бүлеп, көн дауамында шәкәрһеҙ сәй һәм һыу менән сиратлаштырып эсергә. Әгәр эремсек һыуын бер аҙна дауамында киске аш урынына ҡулланһаң... 

Эремсек һыуы һәйбәт ябыҡтыраЭремсек һыуы һәйбәт ябыҡтыра
Эремсек һыуы һәйбәт ябыҡтыра

Эремсек һыуының шифаһы әйтеп бөтөргөһөҙ. Унда һөт шәкәре, минераль тоҙҙар, тиҙ үҙләштерелә торған аҡһым бар.

* Һөт шәкәре эремсек һыуына эс йомшарта торған үҙенсәлек бирә. Шуға күрә эс ҡатҡанда эремсек һыуы эсергә кәңәш ителә.

* Ул бәүел ҡыуҙырыуға һәләтле, шешенеүҙе бөтөрә.

* Бынан тыш, эремсек һыуы ашҡаҙандағы сереүсе флораны тышҡа ҡыуа һәм йәш, файҙалы флора үҫтерергә булышлыҡ итә. Бының өсөн эремсек һыуын ас ҡарынға – иртәнсәк эсергә кәңәш ителә. Көнөнә бер стакан эсеү етә.

* Ябығыу өсөн 1,5 – 2 литр эремсек һыуы кәрәк. Уны көн дауамында дүрт өлөшкә бүлеп, шәкәрһеҙ сәй һәм һыу менән сиратлаштырып эсергә. Был диетаны ете көнгә бер тапҡыр бер ай дауамында ҡулланырға була. Ул организмды таҙарта, ашҡаҙан эшмәкәрлеген, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Эремсек һыуын бер аҙна дауамында киске аш урынына ҡулланып та артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға мөмкин.

* Целлюлиттан да арынырға ярҙам итә. Бының өсөн көнөнә бер стакан эремсек һыуы эсергә кәрәк.

* Бынан тыш, ул сәс һәм тырнаҡты ла нығыта.

Фото: Бәйләнештәге "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова.
 
 
Автор:
Читайте нас