Сейәле май эшләйек

Табынға сәй янына бирергә бик тәмле һәм файҙалы, туҡлыҡлы ризыҡ килеп сыға.

Сейәле майҙы емеш-еләк бешкән осорҙа эшләйҙәр. Уның өсөн емеште йыуып, һыуынан киптерергә кәрәк. Ҡаты ҡаймаҡтан май тасҡайҙар, уның һыуы тулыһынса сығып бөтөргә тейеш. Сейәне бер аҙ бал йәки шәкәр ҡушып болғаталар.

Сейә ҡатыш майҙы һыуытҡыста йәки туңдырып һаҡларға була. Табынға сәй янына бирергә бик тәмле һәм файҙалы, туҡлыҡлы ризыҡ килеп сыға.

 

Сығанаҡ: "Юлдаш" радиоһы

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас