

Һеҙгә ҡара ҡарағаттан желе кеүек килеп сыҡҡан тәмле ҡайнатма рецебын тәҡдим итәбеҙ.
Ике стакан һыуға алты стакан шәкәр ҡомо ҡушып, сироп ҡайнатабыҙ. Шәкәре иреп бөткәс, һигеҙ стакан ҡарағат өҫтәйбеҙ. Биш-ете минуттан ашыу ҡайнаһа, ҡуйы килеп сыҡмай, шуға һүрән утта аҙ ғына бешереү кәрәк.
Унан һуң утты һүндереп, ике-өс стакан шәкәр ҡомо һалып, иреп бөткәнсе болғатып тороғоҙ. Стерилләнгән банкаларға эҫе килеш тултырып ябығыҙ.
Ҡыш йәй тәмен тойоп, рәхәтләнеп ҡарағат ҡайнатмаһы менән сәй эсеүгә ни етә!
Ә һеҙ ҡара ҡарағат ҡайнатмаһын нисек эшләйһегеҙ? Рецепттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото: "Ләйсән туташ" төркөмөнән.