

Ҡамыр өсөн кәрәк: 100 грамм кибеттә һатылған аҡ май йәки ауыл ҡаймағы, ҡамыр ҡабартҡыс, ярты сткана самаһы шәкәр, самалап он. Ҡамыр ҡулға йәбешмәҫкә, әммә ҡаты ла булмаҫҡа тейеш.
Эслек өсөн: 200-300 грамм эремсек, 400 грамм кибет ҡаймағы, шәкәр, ҡара ҡарағат.
Ҡамырҙы табаға ҡул менән йәйеп тигеҙләргә, ситтәрен ярайһы уҡ күтәреп ҡуйырға һәм 10 минут тирәһе 200 градус эҫелектә ҡыҙған мейестә тотоп алырға. Ҡамырҙың өҫтө бер аҙ бешһә, алып, эслектең беренсе ҡатын һалырға. Ул былай әҙерләнә: эремсеккә самалап шәкәр, 200 грамм ҡаймаҡ ҡушып, яҡшы итеп болғарға. Ошо массаны һалғас, бәлеште тағы 10-15 минут мейестә бешереп алырға. Артабан тағы сығарып, киләһе ҡатлам итеп берәй төрлө емеште (ҡара ҡарағат, еләк, сейә, ҡурай еләге һ.б. мөмкин) һалырға. 10 мнута самаһы бешергәс, өҫтөнә 200 грамм кибет ҡаймағына шәкәр ҡушып туғылған массаны ҡойорға һәм һыуытырға ҡуйырға.
Бик тәмле, ҡатлы, татлы, телде йоторлоҡ тәмле бәлеш килеп сыға.
Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде.