

Йәй, баҡсалағы мул уңыш биргән редисканан еңел генә әҙерләнгән һалҡын аш менән яҡындарыңды һыйларға мөмкин. Бының өсөн 200 гр –редиска, 2 ҡыяр, 500 мл катыҡ, 200 мл газлы һыу, 3-4 бөтнөк япрағы, укруп һәм йәшел һуған, 1 балғалаҡ лимон һуты, тоҙ кәрәк буласаҡ. Ҡыяр менән редискаларҙы ике тигеҙ өлөшкә бүләбеҙ. Тәүге өлөшөн матур итеп тураҡлайбыҙ, икенсе өлөшөн блендерҙан үткәрәбеҙ. Икенсе блендер аша үткәрелеп йомшартылған өлөшөнә лимон һуты, ҡатыҡ һалып тағы ла блендерҙан үткәрәбеҙ. Килеп сыҡҡан эсемлек еңелсә генә алһыу төҫкә инәсәк. Ҡалған ҡатыҡты, газлы һыуҙы, алдан тураған йәшелсәләрҙе уңай һауытҡа һалып бутайбыҙ. Өҫтөнә бөтнөк, йәшел һуған, укруптарҙы ваҡлап турап һалып ашты 15-20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Туҡлыҡлыраҡ булһын өсөн бешкән йомортҡаны уртаға бүлеп һалҡын ашҡа өҫтәп бирергә була. Редиска –сәләмәтлек өсөн бик файҙалы йәшелсә. Уның составында калорийҙар әҙ, ә туҡлыҡлы матдәләре күп. Йөрәк- ҡан тамырҙарын, эсәктәр эшмәкәрлеген әүҙемләштереүҙә файҙалы. Әммә ашҡаҙан сире булғандарға был йәшелсәне күп ашарға ярамай тип баралар белгестәр. Ҡайһы берҙәре редисканың тамырын ғына түгел, ә япрағын да салатҡа турап һалалар, сөнки витаминдары күберәк . Ашығыҙ тәмле булһын!