Бөжәктәр эйәләшмәһен, тиһәгеҙ...

Ҡоротҡостарҙан ҡотолоу әмәле бик ябай, әммә һөҙөмтәле.

Бөжәктәр эйәләшмәһен, тиһәгеҙ...Бөжәктәр эйәләшмәһен, тиһәгеҙ...
Бөжәктәр эйәләшмәһен, тиһәгеҙ...

Тәжрибәле хужабикәләр ярмаларҙы нисек оҙаҡ һаҡлау серҙәрен яҡшы белә. Йыш ҡына ярма оҙаҡ һаҡланған банкаларҙа бөжәктәр күренә башлай. Аҙыҡ яраҡһыҙ хәлгә килә.

Был ҡоротҡостарҙан ҡотолоу әмәле  бар, ул бик ябай, әммә һөҙөмтәле. Хужабикәләр ярма һалынған һәр банкаға лавр япрағын да өҫтәй. Уның еҫе бөжәктәрҙе ҡурҡыта, аҙыҡ боҙолмай оҙаҡ һаҡлана. Был файҙалы кәңәш беҙҙең көндәрҙә лә көнүҙәклеген юғалтмаған.

 

Фото: dzen.ru сайтынан.

 

Автор:Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас