Яман шештең төп дүрт билдәһе

Түбәндәге билдәләрҙең береһен үҙегеҙҙә асыҡлаһағыҙ, тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Бына улар.

Яман шештең төп дүрт билдәһеЯман шештең төп дүрт билдәһе
Яман шештең төп дүрт билдәһе

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, кешеләрҙең өстән бер өлөшө ғүмеренең бер мәлендә яман шеш менән сирләй башлай.

Сир организмда билдәле бер күҙәнәктәрҙең күбәйеүенән башланып китә, улар һау ағзаларҙы зыянлай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә осраҡта кеше үҙенең был алама сир менән ауырыуын белмәй ҙә йөрөй, ә инде асыҡланғанда йыш ҡына һуң була. Шуға күрә белгестәр үҙ организмыңа иғтибарлыраҡ булырға һәм уны даими күҙәтергә тәҡдим итә. Түбәндәге билдәләрҙең береһен үҙегеҙҙә асыҡлаһағыҙ, тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Бына улар.

Беренсе билдә – ҡапыл тән ауырлығын юғалтыу, ныҡ итеп ябығыу. Был ашҡаҙан, ашҡаҙан аҫты биҙе, аш юлы яман шеше тураһында белдерә.

Тағы ла бер билдә – үтмәгән ауыртыу. Табиптар фекеренсә, тап ул сир тураһында сигнал бирә.

Өсөнсө билдә – сәбәпһеҙ ҡан китеүе. Ҡан оло ярауҙа булыуы ихтимал, был эсәктәр сире тураһында һөйләй. Йүткергәндә сыҡһа инде, үпкә яман шеше тураһында һүҙ барыуы ихтимал.

Һәм тағы бер билдә – тәндәге шешектәр. Мәҫәлән, түштәге ракты тап улар аша белергә була.

Ғөмүмән, табиптар үҙегеҙгә иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. “Медицина тикшереүе үтергә ҡурҡмағыҙ. Яман шеш ни тиклем иртәрәк асыҡланһа, уны дауалау мөмкинлеге лә шул тиклем ҙурыраҡ”, – ти белгестәр.

Фото: "Шедеврум" нейроселтәре. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас