Аяғығыҙ тирләп, бармаҡ аралары сейләнеп ыҙалатамы?

Йәйгеһен был проблема күптәрҙе яфалай. Ҡайһы бер осраҡта унан ҡотолоу өсөн иң ябай кәңәштәрҙе үтәү ҙә етә. Бына улар... 

Аяғығыҙ тирләп, бармаҡ аралары сейләнеп ыҙалатамы?Аяғығыҙ тирләп, бармаҡ аралары сейләнеп ыҙалатамы?
Аяғығыҙ тирләп, бармаҡ аралары сейләнеп ыҙалатамы?

Аяҡ тирләү, бармаҡ араларына бәшмәк сығып ыҙалатыу – киң таралған күренеш. Бындай хәл ысын мәғәнәһендә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, улай ғына түгел, организмдың дөйөм торошона, нервы ҡуҙғыуына, йоҡо насарайыуына ла сәбәпсе булыуы ихтимал.

Ҡайһы бер осраҡта аяҡ тирләмәһен өсөн иң ябай кәңәштәрҙе үтәү ҙә етә:

тәбиғи ептән эшләнгән, синтетика ҡушылмаған ойоҡбаштарға өҫтөнлөк бирегеҙ;

тәбиғи күн йәки замша аяҡ кейеме кейергә тырышығыҙ, яһалма материалдан эшләнгән туфли, кроссовкала аяҡ тын алмай һәм нығыраҡ тирләй, ә тир – бәшмәк өсөн иң ҡулай мөхит;

көн һайын кискеһен аяҡтарығыҙҙы йылымыс һыу менән йыуып, ҡоротоп йоҡларға ғәҙәтләнегеҙ;

тирләүгә бәйле проблемағыҙ булһа, балалар өсөн тәғәйен онтаҡ (присыпка) ярҙамға килер;

ашаған ризығығыҙға иғтибар итегеҙ, үтә татлы, шәкәрле аҙыҡ-түлекте сикләгеҙ.

Дарыуханала һатылған ҡиммәтле дарыуҙарҙы алыр алдынан халыҡ дауаларына мөрәжәғәт итеп ҡарағыҙ. Мәҫәлән, бер литр йылы һыуға алты тамсы йод, дүрт аш ҡалағы тоҙ һалып болғап, ошо ҡатнашмаға аяғығыҙҙы 10 минут тығып ултырығыҙ. Дауаланыу курсын тулыһынса һауыҡҡанға тиклем дауам итергә.

 

Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде. 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас