Шәкәрһеҙ баҡса еләге ҡайнатмаһы

Ул фигураһын һаҡлағандарға, диабет менән сирлеләргә бик шәп. Ә тәме-е-е!!!

Тәмле нәмәгә тартылғанда, әммә шул уҡ ваҡытта фигураны һәм һаулыҡты һаҡлап ҡалырға теләгәндә, ярҙамға шәкәрһеҙ өйҙә әҙерләнгән еләк ҡайнатмаһы килә. Был ҡышҡа тәмлекәс әҙерләү генә түгел, ә йәйҙең тәмен артыҡ калорияһыҙ һаҡлау ысулы. Бындай рецепт диабет менән ауырыусыларға ла, аҡ шәкәрҙән баш тартырға теләүселәргә лә яраҡлы.

Ингредиенттары:

баҡса еләге – 1 кг;

алма һуты (тәбиғи, шәкәрһеҙ) – 250 мл;

желе яһаусы компоненты – пектин (ҡабындағыы инструкция буйынса, ғәҙәттә 1,2 аш ҡалағы);

лимон һуты – 1 аш ҡалағы (теләк буйынса, тәм сағыулығы өсөн)

Нисек әҙерләргә:

Баҡса еләген йыуабыҙ, үләнен алып ташлайбыҙ һәм яртылаш йәки дүрттән бер өлөшкә бүләбеҙ.

Ҡаҙанға алма һутын ҡойоп, еләк өҫтәйбеҙ һәм еләк һут биргәнсе уртаса утта 5-7 минут бешерәбеҙ.

Пектин һалабыҙ, яҡшылап болғатабыҙ һәм масса ҡуйыра башлағансы тағы 5-7 минут бешерәбеҙ.

Әгәр кәрәк булһа, лимон һутын өҫтәйбеҙ.

Ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға ҡоябыҙ һәм ҡышҡылыҡҡа тимер ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ йәки һыуытҡыста һаҡлайбыҙ (тиҙ арала ашарға булһа).

Был ҡайнатма ысын табыш: татлы, әммә шәкәрһеҙ. Уны бутҡаға һалырға, икмәккә һөртөп йәки банканан туранан-тура ҡалаҡ менән ашарға мөмкин. Шулай уҡ ул ҡояшлы йәйҙең тәмен һаҡлай, хатта тәҙрә артында һыуыҡтар булғанда ла.

 

 
Автор:
Читайте нас