Май урынына – йомортҡа һарыһы

 Артыҡ май ашарға ҡурҡҡандар өсөн шәп рецепт.

Май урынына – йомортҡа һарыһыМай урынына – йомортҡа һарыһы
Май урынына – йомортҡа һарыһы

Күптәребеҙ яратып ашаған эремсектән бешерелгән “Батшалар ватрушкаһы”н майһыҙ бешерһәң дә бик тәмле килеп сыға. Бының өсөн май урынына йомортҡа һарыһы ҡулланырға кәрәк. Кәрәкле күләмдә он алабыҙ, уға шәкәр, разрыхлитель ҡушабыҙ, он күләменә ҡарап йомортҡа һарыһы һалабыҙ һәм ондо ыуалайбыҙ. Йомортҡаның ағын эремсеккә ҡушабыҙ, бер аҙ шәкәр, ваниль өҫтәп баҫабыҙ.

Ғәҙәттәгесә тәүге ҡатламға йомортҡа һарыһы менән ыуалып торған ондоң яртыһын һалабыҙ, икенсе ҡатҡа эремсекте йәйәбеҙ, өҫтөн ҡалған он менән ҡаплап ҡуябыҙ. Бик тәмле килеп сыға.

Автор фотоһы.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас