Ямғырлы йәйҙә бәшмәк күп үҫә. Ләкин уларҙы йыйғанда ипле булырға кәрәк икәнлеген онотмағыҙ. Ҡайһы бер ағыулы бәшмәктәрҙең ысын бәшмәккә бер тамсы һыу кеүек оҡшауы кешеләрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.
Ошондай ҡурҡыныс янамаһын өсөн, йыйған бәшмәктәрегеҙҙе ҡайнатырға ҡуйығыҙ. Бәшмәктәр араһына әрселгән, ап-аҡ төҫтәге бер баш һуған һалығыҙ.Әгәр һуған күк (ҡара күк, асыҡ күк һ.б.) төҫкә инһә, бәшмәктәр араһында ағыулыһы бар.
Бындай осраҡта барыһын да сығарып түгегеҙ! Йыуған, таҙартҡан бәшмәктәрҙе йәлләп, араһынан ағыулыһын эҙләп табырға маташыу – фажиғәгә килтереүе ихтимал икәнлеген онотмағыҙ!
Автор фотоһы.