Һабын + марганцовка: иң ҡатмарлы таптарҙы ла юҡ итә

Был айырыуса ағартҡыс (белизна) ҡулланырға ярамағанда ярҙам итәсәк. Ябай һәм арзан ысул тәҡдим итәбеҙ. 

Иң ҡатмарлы таптарҙы ла юҡ итә торған ысул өйрәтмәксебеҙ. Был айырыуса ағартҡыс (белизна) ҡулланырға ярамағанда ярҙам итәсәк. Ни бары хужалыҡ һабыны һәм марганцовканың көсһөҙ эретмәһе кәрәк.

Мөһим иҫкәртеү: марганцовка буяу үҙенсәлектәренә эйә. Шуға күрә был ысул нескә, йөн, ебәк һәм синтетик туҡымаларға яраҡһыҙ. Һәр ваҡыт эште башлар алдынан составты туҡыманың эске яғында һынап ҡарағыҙ.

Ингредиенттар һәм инструменттар:

  • Хужалыҡ һабын (72%) 1/4 өлөшө.
  • Калий перманганат (марганцовка) 3-5 кристалл.
  • Йылы һыу 1-1,5 литр.
  • Йылыға сыҙамлы быяла йәки эмаль һауыт-һаба (металл түгел!).
  • Резина бирсәткәләр.

Процесс:

Тәүҙә һабын эретмәһен әҙерләйбеҙ. Һабынды ҡырғыс аша үткәреп, 500 мл ҡайнар һыу ҡойоп, тулыһынса эрегәнсе болғатығыҙ. Бер аҙ йылытырға мөмкин.

Айырым һауытта марганцовка эретмәһен әҙерләйбеҙ: кристалдарҙы 500 мл йылы һыуға эретегеҙ. Төҫө асыҡ алһыу, һиҙелер-һиҙелмәҫ булырға тейеш. Ҡуйы эретмә туҡыманы буяй.

Ике эретмәне яйлап ҡына берләштерәбеҙ һәм бутағыҙ. Бысранған кейемде йәки бөтә әйберҙе тулыһынса эретмәгә һалығыҙ. 15-20 минутҡа ҡалдырығыҙ. Һеҙ туҡымаға марганецтан сыҡҡан ҡара-көрән таптың яҡтыра башлауын һәм уның менән бергә бысраныуҙарҙың да юҡҡа сығыуын күрерһегеҙ.

Бынан һуң әйберҙе сығарып, аҡҡан һыуыҡ һыуҙа ентекләп сайҡатығыҙ. Әгәр тап тулыһынса бҡтмәһә, процедураны ҡабатлағыҙ (әммә туҡыманы эретмәлә 40 минуттан артыҡ ҡалдырмағыҙ). Артабан әйберҙе ғәҙәти ысул менән кер йыуыу машинаһында йыуығыҙ.

Һаҡлыҡ саралары: нимә эшләргә ярамай

  • Металл һауыт-һаба ҡулланмағыҙ марганцовка металл менән реакцияға инә.
  • Яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өмөт итеп, марганец концентрацияһын арттырмағыҙ. Был буяуға килтерә.
  • Йөн, ебәк, тире һәм синтетика (полиэстер, акрил) өсөн был ысулды ҡулланмағыҙ.
  • Бирсәткәләрҙә һәм яҡшы елләтелгән бүлмәлә эшләгеҙ.
  • Марганец кристалдарын балалар һәм хайуандар өсөн яҡын булмаған урында һаҡлағыҙ.

Фото: "Шедеврум" нейроселтәре. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас