Зирәк аҡыллы, бәхетле ҡатын булыу серҙәре
Ирегеҙҙе үҙегеҙҙе яратҡан кеүек яратығыҙ, хөрмәт итегеҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарын, уй-фекерҙәрен һәм кисерештәрен бүлешегеҙ.
- Ирегеҙҙе үҙегеҙҙе яратҡан кеүек яратығыҙ, хөрмәт итегеҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарын, уй-фекерҙәрен һәм кисерештәрен бүлешегеҙ.
- Ирегеҙҙе сит кешегә насарлап һөйләмәгеҙ, иртәме-һуңмы үҙенә ишетелеүе бар. Был уны кәмһетәсәк, һеҙгә ҡарата ышанысы бөтәсәк һәм нәфрәт тойғоһо ғына уятасаҡ.
- Иргә ҡысҡырыу, уны башҡалар алдында түбәнһетеү – үҙеңде кәмһетеү һәм көсһөҙ булыуыңды таныу.
- Ирҙе алдау ҙа, бөтөн дөрөҫлөктө асып һалыу ҙа хата булыр. Шәхси һеҙгә ҡағылған әйберҙәрҙә сама белеү кәрәк.
- Тышҡы ҡиәфәтегеҙҙе ҡарап йөрөгөҙ, күңел күтәренкелеген һаҡлағыҙ, самаһын белеп кенә көйһөҙләнергә мөмкин.
- Ирегеҙҙе ҡысҡырып әрләмәгеҙ, талап итмәгеҙ, матур итеп үҙ теләгегеҙҙе еткергәс, уйларға ваҡыт бирегеҙ.
- Ирегеҙ алдында башҡалар менән самаһын белеп кенә шаяртырға ярай.
- Ирегеҙгә үҙегеҙҙе ҡайғыртырға мөмкинлек бирегеҙ, яуап булараҡ, кескенә нәмә өсөн дә маҡтағыҙ.
- Ирегеҙҙе яратыуығыҙ тураһында уға иҫләтеп тороғоҙ.
- Тура килгәндә хәләлегеҙҙең һаҡ ҡына ҡулына ҡағылыу, ҡосаҡлап алыу ҙа уға тик көс һәм дәрт кенә өҫтәйәсәк.
Интернет селтәренән.