

Кәтлитте һәр үҙенсә бешерә. Күп осраҡта фаршҡа ҡара икмәк ҡушып ебәрәләр. Ә бына үткәрелгән бәрәңге ҡушҡанда, ул бик һутлы, йомшаҡ килеп сығасаҡ. Әҙер фаршҡа шул күләмдән бер аҙ аҙыраҡ бәрәңге ҡушып баҫһағыҙ, кәтлитегеҙ йомшаҡ, тәмле килеп сығасаҡ.
Бешешер алдынан онда әүәләп, ҡыҙҙырырға табаға һалһағыҙ, таралмай ғына матур итеп бешер ул.
Бына ошондай ябай ғына рецепт һеҙгә ярҙамға килер.
Автор фотоһы.